Район һайлау участкаларында махсус приздар отоу өсөн QR-билеттар таратыла. Малаяҙ ауылынан Айҙар һәм Гөлнара Мөлөкөвтар ғаиләһе лә был акцияла ҡатнашып, үҙ бәхетен һынап ҡарарға булды.
Ирекмәндәр QR-билеттарҙы барлыҡ ғаилә ағзаларына ла бирә. Ҡатнашыусыларға үҙҙәренең QR-билетын сканерлап, рәхмәт102.рф сайтында һигеҙ символдан торған уникаль код индерергә кәрәк (контакт бәйләнештәрен дә күрһәтергә онотмаҫҡа).
Еңеүселәрҙе 15, 16 һәм 17 мартта көнөнә ике тапҡыр билдәләйҙәр. Улар тураһында мәғлүмәт рәхмәт102.рф сайтында баҫыла. Махсус бүләктәр араһында һанлы техника, электр самокаттары, электр велосипедтары, телевизорҙар, самокаттар һәм велосипедтар бар.