События и факты
19 Февраль 2024, 11:09

Рәсәйҙә ипомея үҫтереү тыйылды

Рәсәй баҡсасыларына өс төҫлө ипомея үҫтергән өсөн енәйәти эҙәрлекләү янай.

Рәсәйҙә ипомея үҫтереү тыйылдыРәсәйҙә ипомея үҫтереү тыйылды
Рәсәйҙә ипомея үҫтереү тыйылды

Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған ҡарар хоҡуҡи акттарҙы рәсми баҫтырып сығарыу сайтына урынлаштырылған.

Документҡа ярашлы, ун һәм унан да күберәк ипомея ҡыуағын үҫтергән өсөн Енәйәт кодексының 231-се статьяһына (наркотиктар йәки психотроп матдәләр булған үҫемлектәрҙе законһыҙ үҫтереү) ярашлы енәйәт яуаплылығына тарттырыуҙары ихтимал. Ундан алып 100-гә тиклем сәскә ҡыуағы үҫтереү — ҙур күләмдә, әгәр 100-ҙән артып китһә, айырыуса ҙур күләмдә ҡылынған енәйәт тип иҫәпләнә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-02-19/dachnikam-rossii-grozit-ugolovnoe-presledovanie-za-vyraschivanie-populyarnogo-vyunka-3649462

 
 
Автор:Галина Бахшиева
Автор:"Башинформ"
Читайте нас