События и факты
8 Ноября 2022, 14:16

Башҡортостанда Инвалидтар өсөн туризм үҙәге булдырыласаҡ

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Башҡортостанда Инвалидтар өсөн туризм үҙәге барлыҡҡа киләсәге хаҡында хәбәр итте. Ундай үҙәк «Кәртәләрҙе емереп» форумында ҡатнашыусыларҙың тәҡдиме буйынса булдырыла.

Башҡортостанда Инвалидтар өсөн туризм үҙәге булдырыласаҡБашҡортостанда Инвалидтар өсөн туризм үҙәге булдырыласаҡ
Башҡортостанда Инвалидтар өсөн туризм үҙәге булдырыласаҡ

"Бөгөн беҙ «Кәртәләрҙе емереп» Бөтә Рәсәй асыҡ форум-күргәҙмәһендә ысын мәғәнәһендә «ҡаршылыҡтарҙы емерә»беҙ! Бында предприятиелар, ойошмалар, власть органдары - үҙенсәлекле кешеләргә ысынлап ярҙам итеүселәрҙең барыһы ла үҙ-ара килешеп эшләй, - тип белдерҙе социаль селтәрҙәрҙә Андрей Назаров. - Был өлкәләге хәлде тамырынан үҙгәртеү өсөн Стратегик башланғыстар агентлығы менән форум ойошторҙоҡ. Уларҙың күп кенә башланғыстарын социаль һәм иҡтисади йүнәлештәге өлкәлә тормошҡа ашырабыҙ. Бындай проекттарҙың береһен бөгөн башлайбыҙ: беҙҙең 5 предприятие «Барыһы өсөн дә асыҡ» инклюзив проекты сиктәрендә социаль йөкләмәләрҙе үҙ өҫтөнә ала".

Премьер-министр һүҙҙәренсә, шулай уҡ форумда ҡатнашыусыларҙың тәҡдиме буйынса Башҡортостанда инвалидтар өсөн Туризм үҙәге булдырыласаҡ. Башҡортостандың матур тәбиғәтен бөтә граждандарға, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә күрһәтергә теләй республика етәкселеге. Был өлкәлә нимәләр эшләнгәнен, ә өҫтәмә ниндәй аҙымдар яһарға кәрәклеген билдәләү өсөн республикала форум йыл һайын үткәреләсәк.  

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас