Бөтә яңылыҡтар
События и факты
28 Ғинуар 2022, 14:29

Рәсәйҙә араҡыға һәм коньякка минималь хаҡтар уртаса 7,5 процентҡа артты

0,5 литр араҡының минималь хаҡы — 243 һумға, 0,5 литр коньяктың — 480 һумға, 0,5 литр брендиҙың иһә 348 һумға тиклем артты.

Рәсәйҙә араҡыға һәм коньякка минималь хаҡтар уртаса 7,5 процентҡа артты
Рәсәйҙә араҡыға һәм коньякка минималь хаҡтар уртаса 7,5 процентҡа артты

Рәсәйҙең Финанс министрлығы араҡыға, брендиға һәм коньякка минималь хаҡты арттырҙы, хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған тейешле бойороҡ  10 көндән көсөнә инергә тейеш.

Контрафакт менән көрәшеү өсөн 2009 йылдан алып алкоголгә минималь хаҡ билдәләнә. Бер нисә йыл инде шараптарҙың төрлө категорияларына минималь хаҡ индереү мөмкинлеге лә ҡарала.

«Ҡатылығы 28% юғары булған этил спиртына һәм иҫерткес эсемлектәргә минималь хаҡтарҙы арттырыу тураһындағы бойороҡтарға ҡул ҡуйылған. Индексация быйыл ғинуарҙан этил спиртына, алкоголле һәм спиртлы продукцияға акциз ставкаһының артыуын, шулай уҡ инфляция кимәлен иҫәпкә ала. Алкоголле продукцияға минималь хаҡтарҙы ҡайтанан ҡарау һәм индексациялау — ғәҙәти процедура. Юғиһә етештереү өсөн сығымдар элек билдәләнгән сиктән артып китә», — тип белдерҙеләр Рәсәйҙең Финанс министрлығында.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-01-27/v-rossii-minimalnye-tseny-na-vodku-i-konyak-vyrosli-v-srednem-na-7-5-2670372

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: