Бөтә яңылыҡтар
События и факты
7 Октябрь , 10:10

"Мине психиатрия клиникаһына ебәрегеҙ!"

Ике балаһы алдында ҡатынын үлтергән ир төрмәгә ултырырға теләмәй...

"Мине психиатрия клиникаһына ебәрегеҙ!"

Бөгөн Силәбе өлкәһендә Балаҡатай районынан Александр Алексеевҡа ҡарата сираттағы суд ултырышы булды. Был турала “Комсомольская правда” баҫмаһы хәбәр итә.

Ҡанлы ваҡиға былтыр июлдә булғайны. Ирле-ҡатынлы ике балаһы менән Силәбе өлкәһендәге Һатҡы ҡалаһына стоматологка бара. Ҡайтып килгән саҡта талаш башлана. Ҡатынын көнләшкән ир машинаны туҡтата ла йәмәғәтенә бысаҡ менән сәнсә. Ҡанға батҡан Оксана сығып ҡаса. Әммә ир уны ҡыуып тота һәм үлтереп ҡуя. Быларҙың барыһы ла уларҙың ике ҡыҙының күҙ алдында була. Аҙаҡ Александр, енәйәтте көнләшеү сәбәпле башҡарҙым, ти: ҡатыны уға хыянат итеүе тураһында әйткән. Әммә Оксананың туғандары бының дөрөҫ булмауын белдерә.

Быға тиклем иргә ҡарата суд-психиатрия экспертизаһы үткәрелә һәм уны ҡатынын аффект хәлендә үлтергән тип таный. Йәғни, психикаһы боҙолған.

Судта һуңғы һүҙ менән сығыш яһағанда Александр ғәйебен таныған, тик үҙен төрмәгә түгел, ә психиатрия клиникаһына дауаланырға ебәреүҙе һораған.

"Ир ҡатынының ата-әсәһенән һәм туғандарынан ғәфү үтенгән, ҡылығына үкенеүен белдергән. Былай булыуын теләмәгәйнем, тигән, үҙен стационар шарттарындағы медицина дауаланыуына ебәреүҙе һораған", – тигәндәр Силәбе өлкә суды матбуғат хеҙмәтендә.

Оксананың туғандары, әлбиттә, ир тейешле язаһын алһын ине тип теләй. "Башлыса шым ғына ултыра. Нимә тип әйтһәң дә, өндәшмәй, бер кем менән дә һөйләшергә теләмәй. Суд ҡарарын көтәбеҙ, ул кәрәген алыр тип өмөтләнәбеҙ", – тигән ҡатындың яҡындары.

Александр Алексеевҡа ҡарар 15 октябрҙә сығарыласаҡ. Оксананың туғандары ир башын иҫәргә һала тип уйлай. Ул ни ҡылғанын яҡшы аңлай, яуаплылыҡтан ҡасмаҡсы була, тиҙәр. Адвокат та ошо фекер менән килешә, экспертиза дөрөҫ үткәрелмәгән тигән фекерҙә.

Фото: ufa.bezformata.com 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:"Башҡортостан"