Бөтә яңылыҡтар
События и факты
6 Октябрь 2021, 10:38

Тарихи мираҫ үҙебеҙгә ҡайтарылды!

Радий Хәбиров: "Был - төп нөсхә, уны 2-се Башҡорт уҡсылар полкы хәрбиҙәре эшләгән. Хәҙер ул Башҡортостандың Милли музейында һаҡланасаҡ".

Тарихи мираҫ үҙебеҙгә ҡайтарылды!
Тарихи мираҫ үҙебеҙгә ҡайтарылды!

Тарихи мираҫ үҙебеҙгә ҡайтарылды!

 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәргә тарихи хәтергә бәйле пост ҡуйҙы.

“Беҙ тарихи хәтерҙе һаҡлау, Башҡортостандан сыҡҡан хәрбиҙәр һәм уларҙың ҡаһарманлыҡтарын мәңгеләштереү мәсьәләһенә махсус иғтибар бүләбеҙ.

Илдең дәүләтселеген һаҡлауға ҙур өлөш индереү өлгөһө булып башҡорт полктарының генерал Николай Юденич ғәскәрҙәре һәм сит ил интервенттарынан Петроградты обороналауы тора. Шулай, 1919 йылда Реввоенсовет Көньяҡ фронттан Петроград янына Ҡыҙыл Армияның бер нисә башҡорт полкын күсерергә ҡарар итә. Улар Петроград эшселәре, курсанттары һәм моряктарына ярҙамға килә. Ул саҡта Петроградты һаҡлап ҡала алалар.

Ни өсөн был турала һөйләйемме? Бөгөн шул билдәле булды: һөйләшеүҙәр һәм экспертизаларҙан һуң беҙҙең республикаға 2-се Башҡорт уҡсылар полкы байрағының төп нөсхәһен ҡайтарырға булғандар. Тап улар 1919 йылда Петроградты һаҡлаған саҡта айырылып торған.

Йөҙ йыл буйы байраҡ шәхси коллекцияларҙа һаҡланған, Рәсәйгә ул АҠШ-тан ҡайтҡан. Шуныһы ҡиммәтле, был - төп нөсхә, уны 2-се Башҡорт уҡсылар полкы хәрбиҙәре эшләгән. Ошо байраҡ аҫтында беҙҙең ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙың Граждандар һуғышы алыштарында ҡатнашҡаны билдәле. Бындай артефактты яҡшы һаҡланған килеш табыу - бик һирәк осраған хәл. Хәҙер ул Башҡортостандың Милли музейында һаҡланасаҡ. 

Тарихыбыҙға һәр ваҡыт тулҡынланыу һәм тәрән ихтирам менән  ҡарайым. Тарихи мираҫты ҡайтарыу – беҙҙең миссия”, – тип яҙҙы республика Башлығы.

Мәғлүмәт: Башҡортостан Башлығының сәхифәһе, фото: видеонан скриншот.

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:"Башҡортостан"
Читайте нас: