Министр һүҙҙәренсә, 2026 йылда диспансеризацияла мөһим яңылыҡ бар — иртә инфаркттан һаҡлау. Дәүләт гарантияларының яңыртылған программаһы буйынса, 18-40 йәшлек пациенттарҙың барыһы ла хәҙер иртә асыҡлау өсөн мөһим булған күрһәткесте – липопротеидты (а) тикшертеү хоҡуғына эйә. Бынан тыш, липид профилен баһалау киңәйтелде: 18-39 йәшлек пациенттар өсөн — алты йылға бер тапҡыр, 40 йәштән өлкәндәр өсөн — өс йылға бер тапҡыр.
«Был анализ нәҫел гиперхолестеринемияһын — йәштәрҙә иртә инфаркттың һәм инсульттың төп сәбәптәренең береһен асыҡларға ярҙам итә. Тимәк, беҙ инфарктҡа тиклем хәүефте асыҡлайбыҙ, ә эҙемтәләрен дауаламайбыҙ. Әйткәндәй, 2025 йылда Башҡортостанда йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын тикшереү барышында был сир иғтибар үҙәгендә булды — 719 осраҡ асыҡланды», — тип белдерҙе Айрат Рәхмәтуллин.
Республикала йыл башынан алып 11 ғинуарға тиклем 16 224 кеше медицина тикшереүе үткән.
«Быны мин шәп старт тип иҫәпләйем! Быйыл һеҙгә 18, 21, 24, 27, 30, 33, 36, 39 йәш (тыуған йылдары: 2008, 2005, 2002, 1999, 1996, 1993, 1990, 1987) тула икән, диспансеризацияға яҙылығыҙ. 40 йәштән өлкәндәргә диспансеризация йыл һайын үткәрелә. Йәшенә ҡарамайынса, теләгән һәр кем профтикшереү үтергә мөмкин», — тине Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры.
Диспансеризация ваҡытында Башҡортостанда былтыр ғына 300 мең кешелә төрлө ауырыуҙар асыҡланған.
«Был пациенттар дауалана башлаған, тимәк, уларҙың хәле яҡшырыр, йәшәү сифаты ла күтәрелер», — тип йомғаҡ яһаны Айрат Рәхмәтуллин.