Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
6 Ноябрь 2025, 21:46

Салауат районында ике мәктәптә стоматология кабинеты эшләй

Малаяҙ һәм Мөрсәлим урта мәктәптәрендә балалар һәм педагогтар тештәрен ҡарата, дауалата ала

Салауат районында ике мәктәптә стоматология кабинеты эшләй
Салауат районында ике мәктәптә стоматология кабинеты эшләй

Башҡортостанда дөйөм белем биреү учреждениеларында 255 стоматология кабинеты эшләй, шуларҙың 88-е – Өфө ҡалаһында. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бойороғона ярашлы, 2019–2023 йылдарҙа “Үргә ос!” мәғариф проектының “Сәләмәт йылмайыу” модуле буйынса 110 мәктәп стоматология кабинеты асылды. 2024–2025 йылдарҙа дөйөм белем биреү учреждениеларында 24 стоматология кабинеты яңыртылды.

Башҡортостан Башлығы Радий ХӘБИРОВ:

“Үҫеп килеүсе быуындың һаулығы беҙҙең өсөн һәр ваҡыт өҫтөнлөклө булып тора. Шуға күрә беҙ планлы рәүештә мәктәп медицинаһын үҫтерәбеҙ, стоматология кабинеттарын асабыҙ һәм яңыртабыҙ.

Республика мәктәптәрендә лицензиялы 584 медицина пункты, 233 табип-педиатр һәм урта медицина белемле 570 хеҙмәткәр эшләй. Медицина пункттары функцияһы кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеүҙән алып сәләмәт йәшәү рәүеше күнекмәләрен формалаштырыуға тиклем бик күп бурыстарҙы үҙ эсенә ала. Һәм, әлбиттә, даими профилактик ҡарауҙар. 2025 йылдың 9 айында ғына уларҙы 430 363 уҡыусы үткән.

Мөһим йүнәлеш – стоматология. Һуңғы биш йылда “Сәләмәт йылмайыу!” модуле сиктәрендә 110 яңы стоматология кабинеты астыҡ. Бынан тыш, ике йыл эсендә 24 кабинетты яңырттыҡ. Республикала йәмғеһе 255 стоматология кабинеты эшләй, уларҙа педагогтар ҙа тештәрен дауалай ала. Уҡыу йылы башынан алып табиптар 27 109 баланы һәм 1 064 уҡытыусыны ҡараған.

Был эште дауам итәбеҙ. “Ғаилә” милли проекты сиктәрендә 2028 йылға тиклем республика балалар поликлиникалары мәктәптәрҙә профилактик ҡарау өсөн 18 күсмә медицина комплексы аласаҡ. Шулай уҡ 500 һәм унан күберәк бала белем алған һәр мәктәптә заманса, матур биҙәлгән стоматология кабинеты булһын өсөн бурысты планға ярашлы хәл итәбеҙ”.

Салауат районында 2020 йылда 1-се Малаяҙ урта мәктәбендә тәүге стоматология кабинеты асылды. Ә 2023 йылда Мөрсәлим урта мәктәбендә шундай заманса йыһазландырылған теш дауалау бүлмәһе барлыҡҡа килде.

1-се Малаяҙ урта мәктәбе директоры Эдуард МӨССӘЛӘМОВ:

– Беҙҙең мәктәптә стоматология кабинеты 2020 йылдың 12 мартында асылғайны. Ул берҙәм дизайнда биҙәлгән, барлыҡ кәрәкле яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған, лицензияһы бар. Район үҙәк дауаханаһының балалар теш табибы Римма Зиннәтова ҡабул итә. Римма Мират ҡыҙы уҡыусыларҙың тешен дауалай, профилактик гигиена үткәрә, кәрәк булһа, Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы белгестәренә тикшереүгә ебәрә. Балаларҙы системалы профилактик ҡурау тештәрҙе ваҡытында дауаларға ярҙам итә. Уҡыусыларға һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәренә үҙәк район дауаханаһына бармайынса дауаланыу бик уңайлы.

2025–2026 уҡыу йылына стоматология кабинетының балалар теш табибы 350-нән ашыу уҡыусының тештәрен тикшереүҙе күҙаллай. Мәктәп стоматология кабинетына яҡын-тирәләге ауылдарҙа белем алыусылар һәм уҡытыусылар ҙа мөрәжәғәт итә ала.

Мөрсәлим урта мәктәбе директорының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Зөлфиә ЗАКИРОВА:

– Стоматология кабинетының эше балаларҙың ауыҙ ҡыуышлығы ауырыуҙарын ваҡытында асыҡларға мөмкинлек бирә. Уҡыу йылы башында аҙна һайын 5-6 бала стоматология кабинетына йөрөй. Уҡыусыларҙың тештәрен Мөрсәлим табип амбулаторияһы стоматологы Алик Тарханов ҡарай һәм дауалай.

Стоматологҡа үҙ ваҡытында мөрәжәғәт итеү артабан балаларға теш ауырыуҙары менән бәйле ҙур проблемаларға юлыҡмаҫҡа ярҙам итә. Республика етәкселегенең балалар сәләмәтлеген ҡайғыртыуы бик мөһим мәсьәлә.  

Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин белдереүенсә, “Сәләмәт йылмайыу” проекты индерелгәнгә тиклем мәктәптәрҙә асылған стоматология кабинеттарын яңыртыу буйынса икенсе йыл рәттән эш алып барыла. 2024 йылда республика бюджеты иҫәбенә 16 стоматология кабинеты ремонтланған, йыһазландырылған. Быйыл 1 сентябрҙән йәнә 8 яңыртылған мәктәп стоматология кабинеты эшләй башланы. 2025 йылда ауылда стоматология ярҙамын ойоштороу өсөн нигеҙҙә ауыл мәктәптәре һайланған. Бөгөнгә бөтә стоматология кабинеттары лицензияланған һәм кадрҙар менән тәьмин ителгән. Мәктәптәрҙә стоматология кабинеттарын яңыртыу балалар өсөн генә түгел, ә мәктәп хеҙмәткәрҙәре өсөн дә поликлиникалағы сиратһыҙ, уңайлы шарттарҙа ҡарауҙы һәм санациялауҙы тергеҙергә мөмкинлек бирҙе. Был алыҫ муниципаль райондар өсөн айырыуса мөһим. Мәҫәлән, уҡыу йылы башынан алып 1 540 педагогик хеҙмәткәр ҡаралған, 530 уҡытыусыға санация үткәрелгән. 2024 йылда ошо уҡ осорҙа 1 064 педагогик хеҙмәткәр тикшерелгән, 347 уҡытыусыға санация үткәрелгән.

Мәктәптәрҙә стоматология кабинеттарын булдырыу һәм яңыртыу буйынса республикала тормошҡа ашырылған проекттар уҡыусыларға сифатлы стоматология ярҙамын алыу мөмкинлеген арттырыуға һәм Башҡортостандың йәш быуынында сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыуға булышлыҡ итә.

Салауат районында ике мәктәптә стоматология кабинеты эшләй
Салауат районында ике мәктәптә стоматология кабинеты эшләй
Салауат районында ике мәктәптә стоматология кабинеты эшләй
Салауат районында ике мәктәптә стоматология кабинеты эшләй
Салауат районында ике мәктәптә стоматология кабинеты эшләй
Салауат районында ике мәктәптә стоматология кабинеты эшләй
Автор: Айдар Нугаманов
Читайте нас