Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, заманса лаборатория мөмкинлектәренән республиканың һәр кешеһе файҙалана ала. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында лаборатория үҙәген этаплап яңыртыу дауам итә, ул тикшеренеүҙәрҙең ҡеүәтен һәм аныҡлығын 70-80 процентҡа тиклем арттырырға мөмкинлек бирәсәк.
– Кешеләр йәшәгән урыны буйынса ФАП-тарҙа анализ тапшыра ала. Улар лабораторияға киләсәк, һөҙөмтә тәүлек эсендә әҙер буласаҡ, — тип аңлатты Айрат Рәхмәтуллин.
Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, был анализдарҙы тикшереү өсөн ғәжәп урын.
– Мин лабораторияла булдым һәм уның конвейер эшенә хайран ҡалдым. Тиҫтәләгән, йөҙләгән анализ. Уларҙың һәр береһенең үҙ штрих-коды бар. Элек көтөргә тура килде. Хәҙер барыһы ла тиҙ. Эшләүегеҙҙе дауам итегеҙ, был яҡшы башланғыс, — тине Радий Хәбиров.
Шулай уҡ министр ковидҡа бәйле һуңғы яңылыҡтар менән таныштырҙы. Башҡортостанда уҙған тәүлектә яңы коронавирус инфекцияһы менән сирләүҙең 28 осрағы асыҡланған. Был бер аҙна элеккегә ҡарағанда күпкә кәмерәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 20 октябрҙә 73 кешелә ковид диагнозы ҡуйылған ине.
Коронавирустан дауаланған пациенттар һаны ла кәмей. Бөгөн 98 пациент стационарҙа, 630 кеше амбулатор рәүештә дауалана. Инфекцион госпиталдәрҙә буш урындар һаны 23 проценттан ашыу тәшкил итә.
Фото: скриншот.