Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
14 Октябрь 2025, 17:42

Салауат районында модулле ФАП асылды

Быйыл районда алты фельдшер-акушерлыҡ пункты, ике табип амбулаторияһы төҙөлдө

Салауат районында модулле ФАП асылды
Салауат районында модулле ФАП асылды

Уҙған аҙнала Күҫәләр ауылында тантаналы шарттарҙа модулле ФАП асылды. Сарала район Салауат районы Хакимиәте вәкиле, Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы етәкселеге, мәҙәниәт бүлеге артистары, ауыл халҡы ҡатнашты.

Ауылдың яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты эшенә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БР Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе мәлендә видеобәйләнеш аша старт бирҙе. Был көндө республика буйынса бөтәһе 8 ФАП асылды. Улар “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы төҙөлгән.

– Һеҙҙең өсөн ысын күңелдән шатланабыҙ һәм, әлбиттә, ауыл медицинаһы өсөн яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттарының әһәмиәтен яҡшы аңлайбыҙ. Иң мөһиме – фельдшерҙарыбыҙға хеҙмәттәре өсөн рәхмәт. Тап улар халыҡҡа тәүгеләрҙән булып ярҙамға килә, – тине Радий Фәрит улы. – Республикала һәр өсөнсө фельдшер-акушерлыҡ пункты яңыртылды. Мейес менән яғылған иҫке, авария хәлендәге, йыш ҡына бүрәнә биналар артта ҡала. Уларға алмашҡа уңайлы, заманса, яҡшы йыһазландырылған пункттар килә. Бындай системалы эште дауам итәсәкбеҙ.

Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы баш табибы Рудольф Фәхретдинов Салауат районында быйыл 6 ФАП һәм 2 табип амбулаторияһы төҙөлөүен хәбәр итте. Дөйөм алғанда, районда һуңғы биш йылда 23 модулле объект ҡуйылған.

– Беҙҙең өсөн төпкөл ауылдарҙа заманса ҡорамалдар менән фельдшер-акушерлыҡ пункттарын асыу мөһим һәм шатлыҡлы ваҡиға булып тора, сөнки халыҡтың урында сифатлы һәм ваҡытында медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килә, – тип Рудольф Радик улы республика етәксеһенә, Хөкүмәтенә һәм БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығына рәхмәт белдерҙе.

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Илгиз Бәҙретдинов, Арҡауыл ауыл биләмәһе башлығы Замир Ғәлиуллин, үҙәк дауахана баш табибының медицина бүлеге буйынса урынбаҫары Илнур Хәкимйәнов Күҫәләр ауылы халҡын был шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотлап, яңы объектты һаҡсыл файҙаланырға саҡырҙы, бында сирләп түгел, ә һаулыҡты тикшереү, диспансеризация үтеү өсөн килеүҙәрен теләне. Дауахананың профком рәйесе Руслан Тажетдинов яңы ФАП-ҡа аккумуляторлы триммер бүләк итте.

Күҫәләр ауылы фельдшер-акушерлыҡ пунктына йәш белгес Алина Маликова мөдирлек итә. Ул 2021 йылда “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса эшкә килгән. Һатҡы медицина училищеһын тамамлаған йәш белгес 12 йыл “Янғантау” шифаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләгән. Ғаиләһе менән Арҡауыл ауылында йәшәй. Тормош иптәше Азат Аллур улы менән өс ул үҫтерә.

– Ауыл медпункты элекке мәктәп бинаһында урынлашҡайны. Унда һыуыҡ була торғайны, һыуы ла юҡ ине. Яңы ФАП төҙөлөүенә шатланабыҙ. Хәҙер бында пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн бөтә заманса шарттар бар. Рәхәтләнеп эшләргә генә ҡала, – ти Алина Марат ҡыҙы. – Беҙҙең фельдшер-акушерлыҡ пункты Күҫәләр һәм Яубүләк ауылдарының 140 кешеһен хеҙмәтләндерә. Уларҙың 27-һен балалар тәшкил итә.

Ауылда яңы объект асылыу менән бәйле байрамға район мәҙәниәт бүлегенең автоклубы килгәйне. Халыҡҡа артистар концерт ҡуйҙы. Төпкөл ауылда йәшәүселәргә ул ҡыуаныслы ваҡиға булды.

Белешмә өсөн 

2019–2024 йылдарҙа Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса 608 модулле конструкция ҡуйылған. 2025 йылда, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” яңы милли проектына ярашлы, тағы ла 134 ФАП ҡуйыласаҡ, уларҙың 120-нән ашыуы төҙөлгән. Салауат районында быйыл Әлкә, Йонос, Күҫәләр, Көҫәпәй, Миндеш, Һарғамыш ауылдарында – модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары, Лаҡлы һәм Торналы ауылдарында модулле табип амбулаториялары ҡуйылған.  

2023 йылдан республикала “Һанлы фельдшер-акушерлыҡ пункты” проекты ғәмәлгә ашырыла, уның ярҙамында урындарҙа фельдшерҙар ЭКГ мәғлүмәттәрен Өфөгә ситтән тороп тапшыра, льготалы дарыуҙарға электрон рецептар яҙа, больничныйҙарҙы аса һәм яба, телемедицина консультацияларын ойоштора ала.

Автор фотолары.

Салауат районында модулле ФАП асылды
Салауат районында модулле ФАП асылды
Салауат районында модулле ФАП асылды
Салауат районында модулле ФАП асылды
Салауат районында модулле ФАП асылды
Салауат районында модулле ФАП асылды
Салауат районында модулле ФАП асылды
Автор: Айдар Нугаманов
Читайте нас