– Ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары үлем структураһында беренсе урынды биләй. Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш буйынса төп саралар иҫәбендә – сифатлы диспансер күҙәтеүе, диагностика һәм дауалау схемаларын камиллаштырыу. Шул йәһәттән Республика кардиология үҙәге белгестәре менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Күсмә эш сиктәрендә белгестәр 136 пациентты ҡабул итте, 14 кеше коронарографияға һәм 7 кеше артабан кардиология үҙәгенә тикшереүгә һайланып алынды, – тип хәбәр итте Малаяҙ үҙәк дауахананың кардиология бүлеге мөдире Олия Сәләхова.
Малаяҙ үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рудольф Фәхретдинов ҙур рәхмәтен белдереп, белгестәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
– Беҙҙең табиптар тәүлек әйләнәһенә Үҙәктәге коллегалар менән бәйләнештә, улар пациенттың хәле буйынса ашығыс рәүештә уға операция яһай, маршрутлаштыра йәки амбулатор дауалауға оҙата ала, – ти Рудольф Радик улы.
2024 йылдың ноябрендә Өфөләге ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы базаһында асылған Инсульт мониторингы үҙәге бөтә ҡан тамырҙары үҙәктәренең күсәгилешлеген һәм эшен координациялауҙы күпкә яҡшыртты. Күрелгән саралар һөҙөмтәһендә Башҡортостанда төбәк ҡан тамырҙары үҙәктәренә профилле дауаханаға һалыу 99,2 процентҡа тиклем артҡан, миокард инфарктынан дауаханала үлем осраҡтары 5,6 процентҡа тиклем кәмегән.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау системаһында һанлы технологияларҙы ҡулланыуҙы һәм республика халҡының ғүмер оҙайлығын арттырыуҙы юғары баһаланы.
“Был йәһәттән ҙур уңыштар бар, ә иң мөһиме – кешеләрҙең ҡотҡарылған ғүмерҙәрен күрәбеҙ. Был эштә яҡшы ярҙам – кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусын, Өфөлә Инсульт мониторингы үҙәген асыу, – тине Радий Хәбиров. – Артабан да онлайн режимда эшләргә өйрәнергә кәрәк. Һәр фельдшерҙың белгестәр менән бәйләнешкә инеүе, тәҡдимдәр алыуы һәм оператив эш итеүе мөһим”.