Республика Хөкүмәте оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итеүенсә, былтыр программаның төрлө сараларында 470 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Был республикала оло йәштәгеләрҙең яртыһы (бөтәһе 936,3 мең кеше).
"Башинформ" мәғлүмәтенә ярашлы, "Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге" программаһы сараларында Ҡалтасы, Краснокама, Мишкә, Асҡын, Мәләүез райондары, шулай уҡ Нефтекама һәм Сибай ҡалалары халҡы әүҙем ҡатнашҡан.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров проектҡа йәлеп ителгән оло йәштәге кешеләрҙең күпселеге – ҡатын-ҡыҙҙар, был республикала оло йәштәге халыҡтың структураһы менән аңлатыла, тип билдәләне. Ул республикала уртаса ғүмер оҙайлығы 73 йәш булһа ла, ирҙәрҙең ғүмере бер нисә йылға кәмерәк булыуы хаҡында борсолоуын белдерҙе. Радий Хәбиров билдәләүенсә, күп осраҡта был ир-аттарҙың үҙҙәренә, уларҙың үҙ-үҙҙәренә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәттә булырға тейешлегенә ҡағыла.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 2020 йылдың октябрендә "Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге" проекты эшләй башланы. Ул - һаулыҡты һаҡлауға, әүҙем, сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыуға, өлкән йәштәгеләрҙең файҙалы йәмәғәт тормошона йәлеп ителеүен һаҡлауға йүнәлтелгән саралар комплексы. 2025 йылдан "Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге" проекты "Ғаилә" милли проектының "Өлкән быуын" федераль проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында ҡабул ителгән шул уҡ исемле төбәк программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ. Программаның порталына һылтанма https://dolgoletie.bashkortostan.ru/.
Фото: Валерий Шахов, "Башинформ".