Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
21 Декабрь , 16:10

Башҡортостанда Яңы йыл каникулдарында поликлиникалар нисек эшләй?

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яңы йыл байрамдары алдынан һәм уның ваҡытында поликлиникаларҙың эш графигын баҫтырып сығарҙы.

Башҡортостанда Яңы йыл каникулдарында поликлиникалар нисек эшләй?
Башҡортостанда Яңы йыл каникулдарында поликлиникалар нисек эшләй?

2024 йылдың 29 декабрендә поликлиникаларҙа - ял көнө.

30, 31 декабрь - поликлиникалар шылтыратауҙар ҡабул итеп, иртәнге 8.00-ҙән 17.00 сәғәткә тиклем эшләй, шул иҫәптән кисектергеһеҙ 16.00 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.

2025 йылдың 1 ғинуары - ял көнө.

2, 3, 4 ғинуарҙа - шылтыратыуҙар ҡабул итеп, иртәнге 8.00-ҙән киске 17.00 сәғәткә, шул иҫәптән кисектергеһеҙ 16.00 сәғәткә тиклем.

5 ғинуар - ял көнө.

6 ғинуарҙа - иртәнге 8.00-ҙән 17.00 сәғәткә тиклем саҡырыуҙар ҡабул итә, шул иҫәптән кисектергеһеҙ мәсьәләләр буйынса 16.00 сәғәткә ҡәҙәр.

7 ғинуар - ял көнө;

8 ғинуарҙа - иртәнге 8.00-ҙән киске 17.00 сәғәткә тиклем саҡырыуҙар ҡабул итә, шул иҫәптән кисектергеһеҙ мәсьәләләр буйынса 16.00 сәғәткә ҡәҙәр.

Медицина тикшереүен һәм диспансеризацияны 2024 йылдың 30, 31 декабрендә һәм 2025 йылдың 2, 3, 4, 6, 8 ғинуарында үтергә мөмкин.

Гүзәл заттар өсөн консультациялар 2024 йылдың 30, 31 декабрендә һәм 2025 йылдың 2, 3, 4, 6, 8 ғинуарында ойошторола. Ошо уҡ көндәрҙә йөклө ҡатын-ҡыҙҙар ультратауышлы скрининг үтә ала.

Яңы тыуған сабыйҙарға неонаталь скрининг 2024 йылдың 30 декабрендә, 2025 йылдың 2, 3, 4, 6, 8 ғинуарында уҙғарыла, тип хәбәр итә "Республика Башкортостан" баҫмаһы.

Байрам көндәрендә дарыуханаларҙың эш графигын Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында табырға мөмкин.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: