Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
7 Декабрь , 09:10

Мәктәптә туҡланыу – мөһим мәсьәлә

Башҡортостан Башлығы Радий ХӘБИРОВ "тура бәйләнеш" барышында мәктәп туҡланыуының милләт һаулығының төп элементы булараҡ мөһимлеген билдәләне.

Мәктәптә туҡланыу – мөһим мәсьәлә
Мәктәптә туҡланыу – мөһим мәсьәлә

– Аҙыҡ-түлек сифатын яҡшыртыуға һәм ҡайнар аш-һыу менән тәьмин итеүгә ҡарамаҫтан, ҡайһы берҙә балалар тәҡдим ителгән ризыҡтарҙан баш тарта, сөнки ҡыҙҙырылған бәрәңге һәм башҡа зарарлы ризыҡтар менән мауығалар. Хәлде үҙгәртеү өсөн яңы алымдар, шул иҫәптән хәйриә проекттарын индерергә кәрәк, – тип белдерҙе тура эфирҙа республика етәксеһе Радий Хәбиров. – Шул уҡ ваҡытта Роспотребнадзор һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы талаптарын үтәү мөһим.

29 ноябрҙә республиканың дөйөм белем биреү ойошмаларында “Башҡортостандың ата-әсәләре сәләмәт туҡланыу өсөн!” тигән темаға асыҡ ишек көнө үтте. Сара ата-әсәләр контролен ойоштороу, шулай уҡ сәләмәт туҡланыу төшөнсәһе аша ата-әсәләрҙең һәм уҡыусыларҙың һаулыҡҡа яуаплы мөнәсәбәтен булдырыу маҡсатында ойошторолдо. Унда Салауат районы ата-әсәләре лә ҡатнашты.

Асыҡ ишек көнө сиктәрендә район мәктәптәрендә ата-әсәләр өсөн ашханаға экскурсия үткәрелде, улар бешерелгән ризыҡтан ауыҙ итте, меню менән таныштылар, туҡланыуҙы ойоштороу менән ҡыҙыҡһындылар, шулай уҡ мәктәп хакимиәте, уҡыусылар, ашнаҡсылар менән аралаштылар. Уҡыусылар, ата-әсәләр өсөн туҡланыу буйынса анкета ла ойошторолдо. Ата-әсәләр был сара һәм мәктәптә балаларҙың туҡланыуы менән ҡәнәғәт булды һәм рәхмәт әйтте.

Линда ӘХМӘТЙӘНОВА, “Салауат” туҡланыу комбинатының эш башҡырыусыһы:
– Районда асыҡ ишектәр көнө һәр кесе йома ойошторола. Ата-әсәләр мәктәп ашханаһына килеп, бешерелгән аш-һыуҙы тәмләп ҡарап, ялыуҙар һәм тәҡдимдәр китабына үҙ фекерҙәрен ҡалдыра. Әлегә насар баһалар булғаны юҡ. Яңыраҡ ата-әсәләрҙән һорау алыу үткәрелде. Шуның һөҙөмтәһе буйынса яңы меню төҙөлдө һәм көндәлек рационға яңы аҙыҡтар индерелде.

Автор:Лиана Валиуллина
Читайте нас: