+12 °С
Облачно


10 октябрҙә Өфөлә Республика көнөнә ҡарата «Аҡбуҙат» ипподромында ат спорты ярыштары үткәрелә. Башҡортостан Башлығы призын уйнатыу көндөң төп ваҡиғаһы булмаҡсы.
Ат сабыштарынан тыш, ҡунаҡтарҙы бай программа көтә: башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының сығыштары, халыҡ һөнәрселәренең оҫталыҡ дәрестәре, республика ҡымыҙсыларынан тәбиғи ҡымыҙ һәм милли аш-һыу йәрминкәһе.
Беренсе ярыш көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана.
6+