

«Һуңғы йылдарҙа ғына республикабыҙҙа дәүләт етәкселәре, сит ил ҡунаҡтары, әйҙәүсе сәйәсмәндәр, ғалимдар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, балалар ҡатнашлығында Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә тиҫтәләгән күләмле саралар үтте. Һеҙ эш буйынса ауыр командировкаларға ла сығаһығыҙ. Һәр ваҡыттағыса һөнәри бурысығыҙҙы лайыҡлы үтәйһегеҙ. Республика артабан да Росгвардия хеҙмәткәрҙәренә яуаплы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә тулы ярҙам күрһәтәсәк», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Росгвардияның төбәк идаралығы начальнигы, полиция полковнигы Александр Голуб Башҡортостан етәкселегенә хеҙмәт ихтыяждарына иғтибарлы булғандары һәм милли гвардия ғәскәрҙәре алдында торған бурыстарҙың мөһимлеген аңлағандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Росгвардияның һәр хәрби хеҙмәткәре исеменән Башҡортостан Башлығына айырым рәхмәт белдерәм. Һеҙҙең шәхси ҡатнашлығығыҙ беҙгә йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәүҙә ҡеүәтле терәк булып тора, – тине Александр Голуб. – Һеҙҙең менән бергә беҙ республикала хәүефһеҙлекте тәьмин итәбеҙ. Радий Фәрит улы, ошо ҡатмарлы осорҙа күрһәткән ярҙамығыҙ өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ».
Сергей Николаев