

Башҡортостан Башлығы илдең ауыл хужалығы министрына һәм ведомство коллективына һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Шул иҫәптән Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итеү һөҙөмтәһендә һуңғы йылдарҙа хужалыҡтарҙың техник паркын һиҙелерлек яңырттыҡ. 2020 йылдан аграрийҙар 80 миллиард һумға машиналар һәм ҡорамалдар һатып алған. 2026 йылда ғына 9 миллиард һумдан ашыуға техника алынған.
Бынан тыш, «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы буйынса етди сумма йәлеп ителде. 2020-2025 йылдарҙа уны тормошҡа ашырыуға 10 миллиард һум йүнәлтелде, шул иҫәптән 6,7 миллиард һум – федераль бюджеттан. Был 760 ғаилә өсөн торлаҡ шарттарын яҡшыртырға, 29 социаль объект төҙөргә һәм ремонтларға, 29 йәмәғәт киңлеген төҙөкләндерергә, шулай уҡ 80 км юл, 147 км газ һәм 220 км һыу менән тәьмин итеү линиялары үткәрергә мөмкинлек бирә.
Төбәк етәксеһе профилле уҡыу йорттарын яңыртыу йәһәтенән әүҙем эш алып барыуҙарын да билдәләне. Мәҫәлән, «Агросәнәғәт комплексында кадрҙар» федераль проекты сиктәрендә Башҡорт дәүләт аграр университетының икенсе уҡыу корпусы төҙөкләндерелгән. Ә 2026 йылда өсөнсө корпусты ремонтлай башлайҙар. Федераль ярҙам менән шулай уҡ ауыл хужалығы өсөн белгестәр әҙерләгән колледж биналары яңыртыла.
Комплекслы ҡараш һөҙөмтәһендә тармаҡ яҡшы үҫеш күрһәткестәренә эйә.
– Республикала урып-йыйыу кампанияһы ҡыҙыу бара. Һауа шарттары тотороҡһоҙ булыуға ҡарамаҫтан, аграрийҙар сәселгән майҙандарҙың 50 процентын йыйып алған да инде, 2 миллион тонна самаһы иген һуғып алынған, – тип хәбәр итте Радий Хәбиров. – Һуңғы йылдарҙа сәсеүлектәр структураһында майлы культуралар өлөшөн арттырыуға иғтибар бүләбеҙ, был йүнәлеште үҫтереү яҡшы потенциалға эйә. Дөйөм алғанда, 2026 йылда ярайһы уҡ яҡшы уңышҡа иҫәп тотабыҙ.
Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры республика ауыл хужалығы комплексының йылдам үҫешен билдәләне.
– Республиканың ауыл биләмәләрендә миллион ярым кеше йәшәй. Башҡортостан – илдең төп ауыл хужалығы төбәктәренең береһе. Былтыр бында тарихта тәүге тапҡыр 1 миллион тонна майлы культуралар йыйып алынды, ә иген һәм ҡуҙаҡлы иген уңышы 3,6 миллион тоннанан ашыу булды. Бында агросәнәғәт комплексының бөтә төп йүнәлештәре лә бар: үҫемлекселек, малсылыҡ, ветеринария, фән һәм мәғариф. Урындағы продукция илдең күп төбәктәре ҡулланыусыларына яҡшы билдәле. Республика үҙенең потенциалын арттырыуҙы дауам итер, тип ышанам, – тине Оксана Лут.
***
Башҡортостанға сәфәре сиктәрендә Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры төбәктең фәнни һәм мәғариф учреждениеларында булырға һәм унда кадрҙар әҙерләү өлкәһендәге мөмкинлектәр менән танышырға планлаштыра.
Сығанаҡ: https://glavarb.ru/ba/news/event/rsye-auyl-huzhalyy-ministry-oksana-lut-menn-osrashyu/