+17 °С
Облачно


Республика Башлығы һүҙҙәренсә, бындай ҡарар хәүефһелек менән бәйле.
«Беренсенән, уларҙың эше былай ҙа күп, — тип асыҡлыҡ индерҙе Радий Хәбиров. — Икенсенән, ундағы хәл бик ҡатмарлы. Унда бөгөн хәрби хәбәрселәр ҙә, муниципаль, республика, федераль власть вәкилдәре лә дошман өсөн маҡсат булып тора».
Дошман мәкерле һәм хәүефле, үҙегеҙҙе һәм бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ, тип билдәләне республика етәксеһе. Ул баҫмалар һәм редакциялар етәкселәренән хеҙмәткәрҙәренең хәүефһеҙлегенә яуаплы ҡарауҙарын һораны.