

Илдең Иҡтисади үҫеш министрлығы, Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы һәм «ПОЛИМЕТАЛЛ УК» АЙ араһындағы килешеү Башҡортостандың Хәйбулла районында Новопетровск ятҡылығын эшкәртеүҙең төп шарттарын нығыта. Килешеү инвестицияларҙы яҡлауға комплекслы ҡарашты күҙ уңында тота. Был ҙур инвестиция проекттарына дәүләт ярҙамы инструменты, ул оҙайлы башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу шарттарын һаҡлап ҡалыуҙы гарантиялай.
– Был килешеү механизмы бизнес тарафынан ихтыяж менән файҙаланыла. Ул рентабеллелекте һаҡлауға булышлыҡ итә һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың норматив шарттарының үҙгәрешһеҙ булыуын көйләүсе гарантиялар иҫәбенә инвесторҙың хәүефен кәметә. Шул уҡ ваҡытта инвесторҙар технологик суверенитетҡа һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенә өлгәшергә ярҙам иткән проекттарға аҡса һала. Иҡтисади үҫеш министрлығы был механизмды камиллаштырыуҙы дауам итә, – тип билдәләне Максим Решетников.
«Полиметалл» компанияһы проекты сиктәрендә Новопетровск ятҡылығында производство һәм инженер инфраструктураһы объекттары төҙөү ҡаралған, шул иҫәптән ер аҫты руднигы, вахта ҡасабаһы, ятаҡ, ашхана һәм башҡа объекттар күҙ уңында тотола. Производствоны 2029 йылда башларға планлаштыралар, капитал һалыуҙың дөйөм күләме 11,6 миллиард һум тәшкил итәсәк.
Билдәләп үтәйек: Новопетровск ятҡылығы Башҡортостан өсөн мөһим социаль-иҡтисади әһәмиәткә эйә. Унда 400-ҙән ашыу эш урыны булдырыла, ә төбәкте үҫтереүгә етди средстволар һалына. Ошо маҡсатта Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында «Полиметалл» һәм республика араһында социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһында айырым килешеүгә ҡул ҡуйылды.
– Бер нисә йыл элек Сибай тау-байыҡтырыу комбинаты эшен туҡтатты. Республикаға «Полиметалл» компанияһы килеү менән, предприятиены үҫтереү пландары барлыҡҡа килде. Инвесторҙарҙың ятҡылыҡты эшкәртеүгә лицензияһы бар, улар шулай уҡ сығарылған мәғдәнде байытасаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Компания өсөн дә, республика өсөн дә бик мөһим килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Һүҙ иҡтисадты үҫтереү хаҡында бара. Бынан тыш, халыҡ индустриаль партнерыбыҙҙың цивилизациялы эшләүенә ышанасаҡ.
«Полиметалл» АЙ-нең директорҙар советы рәйесе Александр Говорунов шулай уҡ бизнестың яуаплы эшмәкәрлегенең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– «Полиметалл» Башҡортостандың социаль өлкәһен үҫтереүҙә әүҙем ҡатнаша. 2038 йылға тиклем ошо маҡсатҡа 6,75 миллиард һум йүнәлтәсәкбеҙ, – тип билдәләне Александр Говорунов. – Абсолют өҫтөнлөктәр – кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу, яңы эш урындары һәм тотороҡло һалым керемдәре.