Сәйәсәт
5 Мая , 09:37

Башҡортостан Башлығына «Торатау» геопаркы сертификатын тапшырҙылар

4 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә төбәк етәксеһенә «Торатау» геопаркын ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә индереү тураһында сертификат тапшырҙылар. Республика делегацияһы уны Парижда халыҡ-ара ойошманың Башҡарма советы сессияһында ҡабул итте.

Башҡортостан Башлығына «Торатау» геопаркы сертификатын тапшырҙыларБашҡортостан Башлығына «Торатау» геопаркы сертификатын тапшырҙылар
Башҡортостан Башлығына «Торатау» геопаркы сертификатын тапшырҙылар

Башҡортостандың элек Советтар Союзына ингән дәүләттәр араһында ЮНЕСКО-ның Глобаль селтәренең бер юлы ике геопаркын, «Янғантау» һәм«Торатау» биләмәләрен, үҙ эсенә алған берҙән-бер республика булыуы иғтибарға лайыҡ. Шулай уҡ төбәктә ике «алтын ҡаҙаҡ» – «Усолка» и «Алыҫ Төлкәҫ» – урынлашҡан. Был киҫелештәр геологик осор сиктәрен билдәләүсе эталон булып тора. Ә Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәре ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде.

Халыҡ-ара статус уникаль тәбиғәт объекттарын яҡлауҙы көсәйтә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.

– Ҙур, етди еңеү. Был эш менән системалы шөғөлләнгәндәрҙең барыһына ла рәхмәт. Афариндар, – тине Радий Хәбиров. – Донъя кимәлендә танылыу ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки милли статусҡа халыҡ-ара яҡлау кимәле өҫтәлә. Был йүнәлештә системалы эште дауам итәсәкбеҙ.

Бынан тыш, халыҡ-ара ойошманың Башҡарма советы сессияһында Башҡортостан вәкилдәре ЮНЕСКО-ның Рәсәй геопарктар селтәрен булдырыу инициативаһы менән сығыш яһаны. Был республиканы геопарктар хәрәкәте компетенциялары үҙәге булараҡ танытыу мөмкинлеген бирәсәк.

Автор:Сайт Главы РБ
Читайте нас