— Беҙҙең өлкән иптәшебеҙгә, республика идара итеү командаһында күп йылдар ағза булып торған хөрмәтле Ришат Нурахман улы Халиҡовҡа 80 йәш тулды, — тип белдерҙе республика етәксеһе.
Ришат Халиҡов компетентлыҡ, профессионализм, республикабыҙға тоғро хеҙмәт итеү өлгөһө булып тора, тип билдәләне республика Башлығы.
– Беҙ һеҙҙе ныҡ ихтирам итәбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Ришат Норахман улы бүләкләүҙән һуң үҙенең ҡартаймауының серен әйтте.
— Сер шунда: мин 1995 йылдан алып тыуған республикама хеҙмәт итәм. Иң һөҙөмтәле, әүҙем эшләгән хөкүмәт – тап беҙҙә, — тип билдәләне Ришат Халиҡов. — Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, Башҡортостан Республикаһынан булыуым менән һәр саҡ ғорурландым.
Автор: Ләйлә Аралбаева