Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
20 Март , 19:40

Ҡатмарлы замандар көслө кешеләрҙе тыуҙыра

Ауыр замандар көслө кешеләрҙе, геройҙарҙы тыуҙыра. Ысынлап та, тормошондағы ҡатмарлы һынауҙарҙы үтеп, йығылған һайын тороп баҫып, кеше сыныға, көслөрәк була бара. Ә тотош ил-ер, халыҡ хәстәрен үҙ иңенә алғандар үҙҙәрен тағы ла яуаплыраҡ тоя. 

Ҡатмарлы замандар көслө кешеләрҙе тыуҙыра
Ҡатмарлы замандар көслө кешеләрҙе тыуҙыра

Бөгөн шундай көслө кешеләрҙең береһе – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең тыуған көнөн билдәләй. Уға 62 йәш тулды. Радий Фәрит улы сираттағы тормош үренә яңы уңыштар һәм яңы бурыстар менән килә. Күп эшләнгән, алда тағы ла ҙурыраҡ эштәр көтә. 

Ошо ҡатмарлы һәм яуаплы юлда республика етәксеһенә маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ, ныҡлыҡ, һаулыҡ теләйбеҙ! Тыуған көнөгөҙ менән, Радий Фәрит улы!

Автор:
Читайте нас