Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
11 Март , 12:14

Радий Хәбиров МХО-ла подразделениеларға нимәләр кәрәклеген иҫкә төшөрҙө

Махсус хәрби операция биләмәһендә Башҡортостан подразделениеларына БПЛА һәм дрон операторҙары кәрәк. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе барышында белдерҙе.

Радий Хәбиров МХО-ла подразделениеларға нимәләр кәрәклеген иҫкә төшөрҙө
Радий Хәбиров МХО-ла подразделениеларға нимәләр кәрәклеген иҫкә төшөрҙө
Фото: Олег Яровиков | Башинформ

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала Өфөнән фронтҡа ҙур гуманитар ылау юлға сыҡты. Уны оҙатыуҙа республикаға эш сәфәре менән килгән Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуров һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Унда Сергей Зорин исемендәге танк батальоны командиры Александр Сопин сығыш яһаны. Комбат республика етәкселегенә алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Александр Леонидович беҙгә рәхмәт әйтте, ғәскәрҙәр FPV-дрондар һорай», — тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2026-03-10/radiy-habirov-napomnil-chto-trebuetsya-podrazdeleniyam-bashkirii-v-zone-svo-4608000

 
 
Олег Яровиков | Башинформ
Фото: Олег Яровиков | Башинформ
Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков
Автор: "Башинформ"
Читайте нас