Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
11 Март , 12:30

«Берҙәм Рәсәй» партияһының башҡарма комитеты етәксеһе тәғәйенләнде

Александр Мельников «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе итеп тәғәйенләнде.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының башҡарма комитеты етәксеһе тәғәйенләнде
«Берҙәм Рәсәй» партияһының башҡарма комитеты етәксеһе тәғәйенләнде
Фото: скриншот | Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе

 Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә уның менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров таныштырҙы.

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Александр Геннадьевич партияла 2015 йылдан алып эшләй. Һуңғы йылдарҙа етәксенең беренсе урынбаҫары, технологик эштәр бүлеге етәксеһе була. Өфө ҡала советы рәйесенең беренсе урынбаҫары.

Бынан алдараҡ «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдиновтың вазифаһын ҡалдырыуы тураһында хәбәр иткәйнек.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2026-03-10/v-bashkirii-naznachen-rukovoditel-ispolkoma-partii-edinaya-rossiya-4607957

Автор: Ләйлә Аралбаева
Автор: "Башинформ"
Читайте нас