“Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе алдағы осорға эшебеҙҙең төп йүнәлештәрен билдәләй.
Еңеүгә ирешеү өсөн бөтә көстәрҙе бергә туплау кәрәклеген тулыһынса хуплайым. Радий Фәрит улы үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә эшебеҙгә туранан-тура ҡағылышы булған бер нисә аныҡ ҡарарҙы һәм йөкләмәне атаны:
- пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрен булдырыу буйынса дөйөм Рәсәй башланғысына ярашлы, унда кеше йыйыу тәьмин ителәсәк.
- махсус хәрби операция ветерандарының торлағын ҡулайлаштырыуға контроллек итеүгә айырым иғтибар бирәбеҙ.
- яҡташтарҙың батырлығын мәңгеләштереү маҡсатында республика Башлығы тейешле Указға ҡул ҡуясаҡ. Районда һәр ауыл биләмәһендә МХО-ла һәләк булған геройҙар иҫтәлегенә Аллея булдырасаҡбыҙ.
- муниципаль кимәлдә районда республика Башлығының йөкләмәһе буйынса МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына булышлыҡ итеү үҙәге ойоштороласаҡ.
Үҙ сығышында Радий Хәбиров иҡтисадтың тотороҡло үҫеше ошо мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең шарты булып тороуын билдәләне. Илдең оборона һәләтен һәм республика халҡының именлеген тәьмин итеү өсөн түбәндәге мәсьәләләргә иғтибар итергә кәрәк:
- тотороҡлолоҡ һәм мәшғүллек факторы булараҡ торлаҡ төҙөлөшө темптарының кәмеүенә юл ҡуймау, индустриялаштырыу темптарын арттырыу, бәләкәй һәм урта бизнесҡа һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү һәм яңы эш урындары булдырыу.
Беҙҙең алда бик күп бурыстар һәм пландар тора, тыуған район һәм республика именлеге хаҡына эште дауам итәсәкбеҙ. Бергәләп бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сыға һәм ҡуйылған маҡсаттарға ирешә алырбыҙ, тип ышанам”.
Фото: Марс Кашаповтың Телеграм-каналынан.