Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
19 Ғинуар , 16:02

Салауат районы иң яҡшы муниципалитеттар рәтенә инде

Беҙҙең район республика рейтингыһында “Мәғлүмәти асыҡлыҡ һәм халыҡ менән кире бәйләнеш” номинацияһында 3-сө урын алды

Салауат районы иң яҡшы муниципалитеттар рәтенә инде
Салауат районы иң яҡшы муниципалитеттар рәтенә инде

Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә “Йыл ҡаҙанышы” республика рейтингыһында еңеүсе муниципалитеттар билдәләнде. Салауат районы “Мәғлүмәти асыҡлыҡ һәм халыҡ менән кире бәйләнеш” номинацияһында 3-сө урын алды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашаповҡа Диплом тапшырҙы.

Был номинацияла халыҡ менән үҙ-ара эш итеү буйынса системалы эш баһаланды: граждандарҙың мөрәжәғәттәренә яуаптарҙың сифаты һәм оперативлығы, кире бәйләнеште ойоштороу һәм социаль селтәрҙәрҙә әүҙемлек.

– Республика Хөкүмәтенә эшебеҙҙе юғары баһалағаны өсөн рәхмәт белдерәм. Беҙҙең өҫтөнлөк үҙгәрешһеҙ ҡала – районда йәшәүсе һәр кеше өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Берҙәм булып, тырышып, беҙ яңы бейеклектәргә өлгәшә алырбыҙ һәм районыбыҙҙа тормошто тағы ла яҡшыраҡ итә алырбыҙ, тип ышанам, – тине бүләкләү тантанаһынан һуң Марс Фәррәх улы.

Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор: Лиана Валиуллина
Читайте нас