Һәйкәлгә 1957 йылда нигеҙ һалынған, ә уны асыу тантанаһы 1965 йылда үткән. Ул рус һәм башҡорт халҡының күп быуатлыҡ дуҫлыҡ символы.
Тантаналы сарала шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, муниципалитет, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм Өфөнөң почетлы граждандары ҡатнашты, тип хәбәр итә БР Башлығының матбуғат хеҙмәте.
– Барлыҡ республика халҡын дуҫлыҡ, берҙәмлек байрамы менән ҡотлайым, – тине Радий Хәбиров. – Ошондай еңел булмаған осорҙа беҙ ижад итәбеҙ, төҙөйбөҙ һәм төшөнкөлөккә бирелмәйбеҙ.
Фото: БР Башлығының матбуғат хеҙмәте.