Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
11 Октябрь 2025, 21:00

Башҡортостан Башлығы: "Иң ҙур байлығыбыҙ – берҙәмлек"

Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын Республика көнө менән ҡотланы. 

"Миңә Башҡортостанда тыуыу, өлкәнәйеү, йәшәү һәм эшләү бәхете тейҙе. Башҡортостаныбыҙ – күп быуатлыҡ тарихлы, үҙенсәлекле мәҙәниәтле, уникаль тәбиғәтле төбәк. Ул көслө сәнәғәт һәм ауыл хужалығы, фән һәм инновациялар, даими алға барыу һәм ҙурыраҡ ынтылыштар, – тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Радий Фәрит улы. – Ләкин төп байлығыбыҙ – ошонда йәшәгән кешеләр. Батыр геройҙар, ябай эшсәндәр, талантлы артистар, шағирҙар, рәссамдар, спортсылар, ғалимдар.

Республикала йәшәүселәрҙең һәммәһенә лә – уңыштар, һаулыҡ, изгелек һәм сәскә атыу! Республика көнө менән, ҡәҙерле ватандаштар! Иң ҙур байлығыбыҙ – берҙәмлек. Бер төптән булһаҡ, бер һынау ҙа беҙҙе бөгә алмаҫ. Заман елдәренә бирешмәй, тағы ла көслөрәк була барырбыҙ. Байрам менән! Тыуған еребеҙгә, татыу халыҡтарыбыҙға яҡты өмөтлө киләсәк теләйем".

Автор: Айдар Нугаманов
Читайте нас