Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
4 Август 2025, 14:40

Зөһрә Гордиенко Башҡортостандың туризм министры вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан Башлығы Зөһрә Гордиенконы эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһынан бушатыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта Радий Хәбиров бөгөн, 4 августа, хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, чиновник икенсе эшкә күсә. Туризм министры итеп быға тиклем иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары булған Светлана Верещагина тәғәйенләнә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Гордиенко 2024 йылдың майында туризм министры вазифаһында эшләй башланы.

Зөһрә Гордиенко Башҡортостандың туризм министры вазифаһын ҡалдырҙы
Зөһрә Гордиенко Башҡортостандың туризм министры вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан Башлығы Зөһрә Гордиенконы эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһынан бушатыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта Радий Хәбиров бөгөн, 4 августа, хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, чиновник икенсе эшкә күсә.

Туризм министры итеп быға тиклем иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары булған Светлана Верещагина тәғәйенләнә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Гордиенко 2024 йылдың майында туризм министры вазифаһында эшләй башланы.

Автор: "Башинформ"
Читайте нас