Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Июль 2025, 17:50

Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең 100 йыллығына «Ваҡыт капсулаһы» һалынды

17 июлдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров буласаҡ моторҙар эшләүселәргә «Ваҡыт капсулаһы»н һалыу тантанаһында ҡатнашты. Сара Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы-Өфө моторҙар эшләү берекмәһе асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 100 йыллығына арналған байрам саралары сиктәрендә үтте.

Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең 100 йыллығына «Ваҡыт капсулаһы» һалынды
Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең 100 йыллығына «Ваҡыт капсулаһы» һалынды

50 йылдан һуң асыуға тәғәйенләнгән «Ваҡыт капсулаһы»н тутыҡмай торған ҡоростан эшләгәндәр. Уға предприятие традицияларын һәм ҡиммәттәрен сағылдырған артефакттар һалынған. Улар иҫәбендә – киләсәк быуындарға хаттар, республиканың авиация двигателдәре эшләү тарихы һәм үҫеше тураһында һөйләгән очерктар китабы, «Моторостроитель» корпоратив гәзитенең юбилей сығарылышы, заводта эшләүселәрҙең балалары һүрәттәре һәм башҡалар.

Тантанала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Башҡортостан Башлығы завод хеҙмәткәрҙәренә һәм ветерандарына һөнәри оҫталыҡтары һәм эшкә тоғролоҡтары өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Башҡортостан сәнәғәтенең ғорурлығы булған предприятиены – Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы-Өфө моторҙар эшләү берекмәһен – бер быуатлыҡ юбилейы менән ҡотлайым, – тине Радий Хәбиров– Бөгөн беҙ киләсәк быуындарға предприятиеның нисек үҫешеүе, завод эшселәренең бер нисә быуыны үҙ Ватаны хаҡына ниндәй хеҙмәт батырлыҡтары ҡылыуы тураһында мәғлүмәт биреүсе капсула һалабыҙ. Шулай уҡ берләшмәнең нисек йәшәүе, уның нисек донъя кимәлендәге алдынғы моторҙар эшләү предприятиеһына әйләнеүе тураһында ла. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ һәм именлек, ә заводтың, бер быуат дауамындағылай, һәр ваҡыт алға барыуын теләйем.

Предприятиеның элекке етәкселәре лә үҙҙәренең ҡотлауҙарын еткерҙе. Ростех Дәүләт корпорацияһының авиация программалары буйынса идара итеүсе директоры Александр Артюхов һәм «Хели-драйв» компанияһының генераль директоры Юрий Пустовгаров берләшмәнең артабан да алғы барыуын һәм яңы ҡаҙаныштар теләне.

Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы-Өфө моторҙар эшләү берекмәһе асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара итеүсе директоры Евгений Семивеличенко моторҙар эшләүселәрҙең киләсәк быуынына мөрәжәғәтнамәгә ниндәй мәғәнә һалыныуын билдәләне.

– Бөгөн предприятиеның 100 йыллыҡ юбилейын билдәләйбеҙ – был беҙҙең өсөн мөһим дата. Беҙ булдырғандың барыһы ла – киләсәгебеҙ өсөн. Ул тыныс, матур, технологик йәһәттән үҫешкән булһын өсөн, – тине Евгений Семивеличенко– Был капсула – 50 йылдан һуң эшебеҙҙе дауам итәсәк быуынға мөрәжәғәт. Һәм уларҙың төп теләге – үҙ-үҙеңә ышаныу, Тыуған илеңде, ғаиләңде һәм, әлбиттә, үҙ заводыңды яратыу.

Почетлы ҡунаҡтар «Ваҡыт капсулаһы»н махсус һауытҡа төшөрҙө һәм предприятиеның кадрҙар бүлеге бинаһы алдына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйҙы. Шулай уҡ был урында металдан һәм яһалма таштан эшләнгән арт-объект барлыҡҡа килде, ул көс турбинаһы роторын кәүҙәләндерә.

– Беҙ Ростех етәкселеге менән берлектә Рәсәй Президенты Владимир Путинға предприятиеның бер быуатлыҡ юбилейына федераль статус бирелеүен һорап мөрәжәғәт иттек. Дәүләт башлығының тейешле указы бар, – тип билдәләне Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә. – Өфө моторҙар эшләү берекмәһе – Башҡортостан сәнәғәтенең флагманы, иң ҙур машиналар эшләүсе предприятие. Ул бик юғары технологиялы һәм двигателдәр эшләүҙә 10-20 йылға алға ҡарап эш итә. Бөгөн беҙ бында завод эшселәре һәм ветерандар менән бергә, уларҙы ҡотлаясаҡбыҙ.

Сығанаҡ: https://glavarb.ru/ba/news/event/f-motorar-eshl-berekmene-100-yyllyyn-bildl-siktrend-vayt-kapsulay-alyndy/ 

Автор:
Читайте нас