Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
10 Февраль 2025, 11:15

Бөгөн Рәсәйҙә Дипломатик хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнә

10 февралдә РФ Сит ил эштәре министрлығы, Рәсәй илселектәре, генераль консуллыҡтар, Рәсәйҙең сит илдәрҙәге халыҡ-ара ойошмалар ҡарамағындағы вәкиллектәре, шулай уҡ Сит ил эштәре министрлығының Рәсәй субъекттарындағы вәкиллектәре хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.

Бөгөн Рәсәйҙә Дипломатик хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнә
Бөгөн Рәсәйҙә Дипломатик хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнә

Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиле Венер Ғәлиәкбәров эш йомғаҡтары, эшмәкәрлектең киләсәк йүнәлеше һәм дипломаттарыбыҙ ниндәй уңыштарға өлгәшеүе хаҡында "Респбулика Башкортостан" гәзитенә һөйләне.

- Бөгөн Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының терәк субъекттары иҫәбенә инә. Республикаға ил етәкселегенең һәм сит ил партнерҙарының ҙур иғтибары йәлеп ителде. Иҡтисадта күрһәткестәр арта, был уны сит ил инвесторҙары өсөн тағы ла күркәмерәк итә.

Башҡортостан бөтә донъяла танылыу яуланы, бында юғары кимәлдәге ҙур халыҡ-ара саралар үтә, төбәккә сит ил дипломаттары һәм рәсми сит ил делегациялары йыш килә. Республика хакимиәте һәм хөкүмәте, профилле структуралар төрлө илдәрҙең эшлекле даирәләре вәкилдәрен ҡабул итә һәм үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерә. Бындай ике яҡлы алмашыуға һәм халыҡ-ара саралар үткәреүгә беҙ үҙ яғыбыҙҙан төрлө яҡлап булышлыҡ итәбеҙ, - тип билдәләне спикер.

Венер Мөхәмәтфәтих улы әйтеүенсә, тышҡы мөхит бик тиҙ үҙгәрә, сөнки ҡайһы бер илдәр Рәсәй менән диалог алып барырға теләмәй. Донъялағы геосәйәси хәлдең үҙгәреүенә бәйле вәкиллек мәғлүмәт-аңлатыу эшенә ҙур иғтибар бүлә. Илебеҙҙең тышҡы сәйәси мәнфәғәттәрен алға һөрөү уның төп маҡсаттарының береһе булып тора. Төбәктең халыҡ-ара бәйләнештәрен диверсификациялау, тышҡы иҡтисади хеҙмәттәшлектең яңы йүнәлештәрен үҫтереү кәрәклеге килеп тыуҙы. Шуға күрә былтыр вәкиллектең төп көсө Рәсәйгә ҡарата яңы конструктив ҡарашлы партнерҙар табыу һәм, илебеҙҙең тышҡы иҡтисади өҫтөнлөктәрен иҫәпкә алып, улар менән сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса планлы эштә Башҡортостан Республикаһының власть органдарына булышлыҡ итеүгә йүнәлтелде.

- Республикалағы бурыстарыбыҙ Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының үҙәк аппараты эшмәкәрлеге форматына тиң, тип иҫәпләй күптәр. Ысынында иһә, беҙ аныҡ билдәләнгән функциялар сиктәрендә эшләйбеҙ.

Мәҫәлән, журналистар беҙгә йыш ҡына тышҡы сәйәси повестка темаһына төрлө комментарийҙар һорап мөрәжәғәт итә. Әммә был мәсьәлә беҙҙең компетенцияла түгел. Унан да бигерәк, ул хатта РФ Сит ил эштәре министрлығы вәкиллектәре менән бойомға ашырылған мәғлүмәт эшмәкәрлеге сиктәренә лә инмәй. Бындай комментарийҙар - Мәғлүмәт һәм матбуғат департаменты етәксеһе Мария Захарованың өҫтөнлөгө. Беҙ иһә урындарҙа федераль дәүләт власы органдары һәм Башҡортостан Республикаһы хакимиәте эшләгән проблемаларға иғтибарҙы йүнәлтәбеҙ, - тине Винер Ғәлиәкбәров

Башҡортостанда йәшәүселәр сит илдәрҙә осраған косуллыҡ проблемалары менән мөрәжәғәт итә, ти республикалағы вәкил. Уларға сит илдән документтарҙы һорап алырға, шулай уҡ Рәсәй документтарын рәсмиләштереү мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итәләр. Хеҙмәт баҙарының, дәүләт-ара бәйләнештәр һәм визаһыҙ алмашыу тәжрибәһенең үҫеше менән бәйле республика халҡының күбеһе сит илгә сыға. Улар унда эшләй, уҡый, ял итә, тимәк, ваҡыты-ваҡыты менән төрлө хәлдәр килеп тыуа. Кешеләр документтарын юғалта, үҙ ирке менән йәки рөхсәтһеҙ төрлө административ хоҡуҡ боҙоуҙар һәм башҡалар эшләй. Әлбиттә, бындай ҡатмарлы хәлдәр Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиленән ситтә ҡалмай.

Вәкиллек мигранттар менән дә эшләй, уларҙың мөрәжәғәтен дә ҡарай.

- Өфөлә һәм консуллыҡ округына беҙҙең республика ингән ҡалаларҙа сит ил консуллыҡ учреждениелары - эшебеҙҙә ҙур блок. Туранан-тура Өфөлә Тажикстандың генераль консуллығы һәм Беларусь Республикаһы илселеге бүлексәһе асылған.

Сит ил дипломатик миссиялары етәкселәренең дә Башҡортостанға ваҡытлыса килгән граждандарының мәнфәғәттәрен һаҡлау һәм яҡлау мәсьәләләре тыуа, һәм улар йылдан-йыл арта бара. Был төрлө консуллыҡ проблемалары, шул иҫәптән сит ил кешеләренең хоҡуҡ боҙоуҙары менән бәйле проблемалар иҫәбендә сағыла. Был мәсьәләләр ҙә беҙҙең иғтибарҙан ситтә ҡалмай.

Бынан тыш, сит ил кешеләре беҙгә Рәсәйҙең теге йәки был проблема буйынса ҡануниәтен аңлатыуҙарын һорап йыш мөрәжәғәт итә. Беҙ уларға ярҙам итергә тырышабыҙ, консультациялар бирәбеҙ йәки граждандары булған дәүләттәрҙең консуллыҡтарына йәки тейешле федераль һәм төбәк дәүләт власы органдарына йүнәлтәбеҙ, кәрәкле осрашыуҙар һәм бәйләнештәр ойошторорға ярҙам итәбеҙ, - тип аңлатты әңәмәсе.

Бында Сит ил эштәре министрлығы үҙәк аппаратының бөтә департаменттары менән яҡшы үҙ-ара эш итеү яйға һалынған, унда вәкиллек йыш ҡына кәңәштәр һәм ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.

- Министрлыҡҡа үҙ компетенциябыҙ буйынса төбәктәге хәл тураһында мәғлүмәт биреүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Беҙ беренсе булып килеп тыуған тенденцияларҙы күрәбеҙ, булған хәлде анализлайбыҙ һәм Рәсәй Сит ил эштәре министрлығын, Рәсәй Федерацияһы биләмәһендәге ошондай уҡ структураларҙы «урындарҙан мәғлүмәт» менән тәьмин итәбеҙ.

Шулай уҡ вәкиллектә яҡшы йола бар - бөтә дипломаттар ҙа ротация системаһына йәлеп ителгән һәм, теге йәки был илдең телен, булған тәжрибәһен белеүгә ҡарап, ваҡыты-ваҡыты менән сит илдәргә командировкаларға сыға. Һуңғы йылдарҙа беҙҙең вәкиллек Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының сит ил учреждениелары өсөн дә, уның үҙәк аппараты өсөн дә бәләкәй кадрҙар әҙерләү урыны булып торҙо. Хеҙмәттәштәребеҙ Германияла, Латвияла, Һиндостанда, Пакистанда, Нигерияла, Ганала, Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда эшләне.

Бөгөн коллегаларыбыҙ Литвала, Албанияла, Үзбәкстанда хеҙмәт итә. Бер төркөм хеҙмәткәрҙәр Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының үҙәк аппаратында эшләй. Шуның менән бәйле уларҙың барыһын да һөнәри байрамдары менән ҡотлағы килә, - тип һүҙен йомғаҡланы Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиле Венер Ғәлиәкбәров.

Фото: ufa.mid.ru сйтынан.

Автор: Айдар Нугаманов
Читайте нас