Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Октябрь , 10:56

Өфөлә Владимир Путин Радий Хәбиров менән осрашты

Рәсәй Президенты менән Радий Хәбиров эш сәфәре аҙағында осрашып һөйләште.

Өфөлә Владимир Путин Радий Хәбиров менән осрашты
Өфөлә Владимир Путин Радий Хәбиров менән осрашты

 «Владимир Владимирович Путинға республика үҫеше һәм бөтә ил менән бергә хәл иткән бурыстарыбыҙ тураһында һөйләнем. Төп өҫтөнлөк – махсус  хәрби операцияға булышлыҡ итеү, уларҙың ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күреү. Эшебеҙ шуға көйләнгән. Башҡортостан яугирҙәре, ата-бабаларыбыҙ кеүек үк, дошман менән ҡыйыу көрәшә, ысын батырлыҡ күрһәтә. Республикала хәҙер 11 Рәсәй Геройы бар. Яраланған яугирҙәрҙе реабилитациялау, уларҙы ғәҙәти гражданлыҡ тормошона ҡайтарыу – хәҙер  төп бурыс. Шуға күрә уларҙы спортҡа йәлеп итәбеҙ, дәүләт, муниципаль хеҙмәттә, урындағы үҙидара органдарында ла илһөйәрлек рухындағы егеттәрҙең тәжрибәһе талап ителәсәк. Республикала 35 хәрби округ ветераны һайлау үтте һәм төрлө кимәлдәге депутаттар булды», -- тип  хәбәр итте республика етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Бынан тыш, Радий Хәбиров Президентҡа иҡтисадта, сәнәғәттә, ауыл хужалығында ыңғай динамика, төп халыҡ-ара партнерҙар – Белорусь, Үзбәкстан, Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында һөйләне.

«Башҡортостан Рәсәй Хөкүмәтенән бөтә ярҙам ҡоралын әүҙем файҙалана. Йылдам үҫеш биләмәләре, махсус иҡтисади зона, индустриаль һәм технопарктар һөҙөмтәле эшләй. Владимир Владимирович айырыуса иғтибар талап иткән йүнәлештәрҙе билдәләне. Улар иҫәбендә ашығыс ярҙам өсөн кадрҙар ҙа. Ҡуйылған бурыстарҙың барыһын да мотлаҡ үтәрбеҙ. Һәр ваҡыт Башҡортостан Рәсәйҙең ышаныслы, терәк төбәге булды. Шулай һәр саҡ буласаҡ та», - тине  Радий Хәбиров.

Фото: РБ Башлығы сайтынан.

Автор:Гульшат Шамсутдинова
Читайте нас: