Әбйәлил районының Рысҡужа ауылын халыҡса шулай тип атайҙар.
- Япония, Рысҡужа, Субан тип әйтегеҙ - һәм был беҙҙең ауыл хаҡында һүҙ барғанын барыһы ла аңлаясаҡ, - тип яҙа урындағы халыҡ тураһында "Әбйәлил" район гәзите.
Әйткәндәй, рысҡужалар үҙҙәрен япондар тип атауҙары менән ғорурлана. Сөнки ошо исем аҫтында шул ауылда тыуып үҫкән данлы батыр Ғималетдин Яҡуп улы Яҡупов күрһәткән ысын ҡаһарманлыҡ тарихы йәшеренгән. 1904-1905 йылдарҙа рус-япон һуғышында ҡатнашып, күкрәгенә өс Георгий тәреһе тағып ҡайтҡан ул. Алыштарҙа һул ҡулын юғалта. Ғималетдин Яҡуп улы ҙур, лайыҡлы һәм ҡыҙыҡлы ғүмер кисергән, 1955 йылда вафат булған, үҙенән һуң ҡеүәтле нәҫел ағасын ҡалдырған. Яҡуповтар әле лә районда бик хөрмәтле кешеләр. Улар үҙҙәренең батыр аталары иҫтәлегенә тыуған ауылында урындағы клуб алдына мемориаль таҡтаташ ҡуйған.
Һалдаттың ҡыҙы Хөснә Ғималетдин ҡыҙы һөйләүенсә, уның атаһы һәр саҡ һуғыштың фажиғәле ваҡиғалары тураһында бәйән иткән "Порт-Артур" йырын башҡарған. Һуңынан был йыр Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан рысҡужаларҙы оҙатып йөрөгән, ә улар 79 яугир булған. 36 һалдат ҡына кире әйләнеп ҡайтҡан, әммә осрашыуҙар ваҡытында улар мотлаҡ "Порт Артур"ҙы йырлар булған.
Рысҡужанан 9 ир-егет тә "Порт Артур" йыры менән махсус хәрби операция юлланған.
Һайлауҙың һуңғы көнөндә урындағы ҡатын-ҡыҙҙар Земфира Зәйнуллина, Фирүзә Хөсәйенова, Заһира Мостафина япон халҡының милли кейемен кейеп, ҡунаҡтарҙы 763-сө һайлау участкаһы алдындағы майҙанда япон бейеүе менән ҡаршы алған.
- Япония республика Башлығын һайланы! Башҡортостаныбыҙға сәскә атыуын, именлек һәм егеттәребеҙҙең махсус операциянан тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ, - тип теләне улар.
Фото: "Әбйәлил" гәзите.