Бөгөн, 8 сентябрҙә, Салауат районында Башҡортостан Башлығы һәм район Советына депутаттар һайлауҙарына тауыш биреүҙең өсөнсө көнө башланды.
Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының 7 сентябргә 20.00 сәғәткә бирелгән мәғлүмәттәре буйынса, ике көндә һайлаусыларҙың 51,78 проценты тауыш биргән. Хоҡуҡ боҙоуҙар теркәлмәгән, бөтә участка һайлау комиссиялары штат режимында эшләгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һайлау кампанияһы осоронда ҡыҙыу бәйләнеш телефоны эшләй: 8-800-347-54-54.
Бынан тыш, Башҡортостан һайлаусылары араһында "Рәхмәт" акцияһы барышында 330-ҙан ашыу ҡиммәтле бүләк, шул иҫәптән фатирҙар, автомобилдәр һәм шифаханаларға юлламалар уйнатыла.
Һүрәттә: Салауат районының Ишембай ауылы участка һайлау комиссияһы ағзалары.