Ғаилә башлығы Ришат Миндияр улы һәм уның ҡатыны Гөлназ Рифат ҡыҙы тәүге көндө иң беренсе булып килеп һайланы. Участка комиссияһы рәйесе Разалия Хөсәйенова Тәҡиевтарҙы бәләкәй генә бүләк менән дәртләндерҙе.
Уларҙың ҡыҙҙары Диләфрүз бөгөн килеп, тауыш бирҙе.
– Златоуста педагогия колледжын тамамлап, әле шул ҡалалағы шәхси фирмала рәссам-дизайнер булып эшләйем. Ауылға ата-әсәйемдәргә ялға ҡайтҡайным, бына һайлауҙа ла ҡатнашырға булдым. Уны мин үҙемдең мөһим гражданлыҡ бурысым, тип иҫәпләйем, – ти йәш ҡыҙ.
Уның һеңлеләре лә бергә килгәйне. Фирүзә Златоуст колледжында график дизайнерға уҡый, Гөлнәзирә Лаҡлы урта мәктәбендә 8-се класта белем ала. Ҡыҙҙарға һайлау участкаһы ағзалары "Рәхмәт" акцияһының беләҙеген һәм QR- билетын тапшырҙы.
Ришат һәм Гөлназ Тәҡиевтар биш ҡыҙ үҫтергән. Ғаилә башлығы Өфөлә юл хужалығында эшләһә, әсә кеше – йорт хужабикәһе. Гөлназ Рифат ҡыҙы "Әсә даны" миҙалы менән бүләкләнгән. Тәҡиевтарҙың ике өлкән ҡыҙы үҙ аллы тормошта. Гөлдәр – Ҡыйғы районында, икенсе ҡыҙҙары Дилбәр Иглин районында йәшәй.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығын һайлау өс көн: 6, 7, 8 сентябрҙә үтә. Бынан тыш, Салауат районында район Советына, Мөрсәлим ауыл советына ла һайлауҙар уҙғарыла. Һайлау участкалары иртәнге 8.00-ҙән 20.00 сәғәткә тиклем эшләй.