Валентина Николаевна һайлауға төштән һуң килде, тип яҙа "Туймазинский вестник" гәзите. Иртәнсәк ул көн һайын урындағы сиркәүгә - Изге Андреев ҡорамына йөрөй.
- Унан ҡайтҡас, аҙаҡ иҙән йыуҙым һәм шунда уҡ һайлау участкаһына барҙым. Аяҡтарым, Хоҙайға шөкөр, йүгерә. Табиптарға йөрөмәйем тиерлек, - ти ул.
Уның ғаиләһе Ленинградты азат иткәндән һуң Башҡортостанға эвакуацияланған. Бер нисә ай Шаран районында йәшәйҙәр, һуңынан Туймазы районына күсенәләр. Валентина Арефьева Башҡортостанды икенсе тыуған иле тип йөрөтә.
- Мин һуғыш йылдарында һәм унан һуңғы йылдарҙа аслыҡтан һәм һыуыҡтан үлергә бирмәгән кешеләрҙе һәр ваҡыт рәхмәт тойғоһо менән иҫкә алам. Әсәйем һөйләүенсә, кешеләр беҙгә ҡамауҙан алып сыҡҡандарҙы ҡарарға килә ине, илай-илай, йорттарында булған бөтә нәмәне - ризыҡ, кейем-һалым ташый ине, - тип хәтерләй ул.
Арефьевтың тормошона бер ҡасан да зарланмай. Ауырлыҡ күргән кеше һәр ваҡ-төйәктең ҡәҙерен белә, ти. Ҡатындың шәхси тормошо яҡшы була: кейәүгә сыға, өс бала таба. Туймазы ит комбинатында эшләй, дарыуханала кассир була.
Валентина Николаевна ҡаланың һәм республиканың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнаша, пенсияһының бер өлөшөн хәрби хеҙмәткәрҙәргә даими тапшыра. Былтыр ул хатта "Башҡортостан Республикаһы ирекмәне" тигән маҡтаулы билдә менән дә бүләкләнгән.
Фото: "Туймазинский вестник".