- «Башҡортостан» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү республика үҙәге һәм «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы командаһы Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙы хупланы. Республиканың барлыҡ муниципалитеттарында фонд филиалының социаль координаторҙары һәм үҙәк офис хеҙмәткәрҙәре һайлау участкаларына барҙы һәм тауыш бирҙе.
Шулай уҡ бөгөн беҙҙең команда үҙ ҡарамағына алғандарға гражданлыҡ бурысын үтәргә ярҙам итә. Махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың яҡындары участкаларҙа тауыш бирәсәк. Сәләмәтлеге буйынса участкаға килә алмағандар өсөн участка һайлау комиссияһы ағзалары менән берлектә күсмә тауыш биреү ойошторола.
Һайлауҙар алдынан беҙҙең урындағы ойошмаларҙа Рәсәйҙә иғлан ителгән Ғаилә йылының һәм беҙҙең республиканың Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылының бурыстарын үтәүгә йүнәлтелгән саралар уҙҙы. Райондарҙағы координаторҙар сәләмәтләндереүгә, ялға ҡайтҡан МХО-ла ҡатнашыусыларҙың барыһын да күҙ уңында тота, уларҙы патриотик эшкә йәлеп итә. Бер һүҙ менән әйткәндә, һайлау кампанияһы йәмғиәттә төрлө планлы эштең тәбиғи өлөшөнә әйләнде. Был кешеләр менән һөйләшеү, улар хаҡында хәстәрлек күреү өсөн тағы ла бер сәбәп, - тип билдәләне Гөлнур Ҡолһарина.
- Мәҫәлән, ғаилә ҡунаҡханаһы сиктәрендә беҙ махсус операция барышында һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләре менән осрашыу ойошторҙоҡ. Улар тормош фәлсәфәһен аңлаған, күп ғазап кисергән. Ҡайһы берҙәре, һәләк булған улдары урынына, сафҡа баҫырға ҡарар итә. Улар оло хөрмәткә лайыҡ. Билдәләп үтергә кәрәк, төбәктә "Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" наградаһы бар. Хәҙер беҙ "Ватанды һаҡлаусы атайға" миҙалын булдырҙыҡ. Тимәк, республика Башҡортостан һәм Рәсәй менән ғорурланған балаларҙы тәрбиәләгән атай-әсәйҙәргә хөрмәт күрһәтә.
Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы, Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыу мәленән файҙаланып, фонд эшен һәм МХО темаһын яҡтыртҡан өсөн журналистарға рәхмәт белдерҙе.
- Фронттан ҡайтҡан яҡташтарыбыҙҙың һуғыш синдромы кисерәсәге сер түгел. Уларға ауыр һынауҙы еңеп сығырға ярҙам итергә кәрәк.
Фото: Гөлнур Ҡолһаринаның социаль селтәрҙәре.