Сәйәсәт
5 Сентябрь 2024, 17:09

Башҡортостан халҡы һайлауға нисек әҙерләнә

6, 7, 8 сентябрҙә Башҡортостанда республика башлығын, шулай уҡ район һәм ҡала советтары депутаттарын һайлау була.

Башҡортостан халҡы һайлауға нисек әҙерләнәБашҡортостан халҡы һайлауға нисек әҙерләнә
Башҡортостан халҡы һайлауға нисек әҙерләнә

Тауыш биреү өс көн дауам итәсәк: йома, шәмбе һәм йәкшәмбе. Участкалар Өфө ваҡыты буйынса иртәнге 8.00-ҙән 20.00 сәғәткә тиклем эшләй. Республикала һайлауҙа тауыш биреү барышын кандидаттар, партиялар, шулай уҡ төбәк Йәмәғәт палатаһы ебәргән күҙәтеүселәр күҙәтә.

Башҡортостанда тауыш биреү өсөн 3 302 һайлау участкаһы ойошторолған, шул иҫәптән берәүһе - Мәскәүҙә.

Һайлау участкағыҙҙың ҡайҙа урынлашҡанлығын ошо һылтанма буйынса Үҙәк һайлау комиссияһының һанлы сервисы ярҙамында белергә мөмкин.

Шулай уҡ БР Үҙәк һайлау комиссияһының ҡыҙыу линияһы эшләй: 8 800 347 54 54

Республика халҡының һайлауға нисек әҙерләнеүе тураһында - беҙҙең роликта. Ә һеҙ һайлауға бараһығыҙмы?

Автор:
Читайте нас