2024 йылдың 6, 7 йәки 8 сентябрендә тауыш биреү көндәрендә теркәлеү урыны буйынса түгел, ә республика сиктәрендә булған: командировкаға киткән; икенсе ҡалала уҡыған; дауаханаға ятырға ниәтләгән; отпускыға киткән; теркәлеү урыны буйынса йәшәмәгән; икенсе һайлау участкаһында тауыш бирергә теләгән, тауыш биреү бинаһы мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә яраҡлаштырылған башҡа участкала һайларға теләүсе граждандар был мөмкинлек менән файҙалана ала.Бының өсөн алдан уҡ урынлашҡан урын буйынса өс ысулдың береһен һайлаусылар исемлегенә индереү тураһында ғариза бирергә кәрәк: 2024 йылдың 22 июленән 2 сентябренә тиклем – Башҡортостан биләмәһендәге теләһә ниндәй Территориаль һайлау комиссияһына йәки Күп функциялы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү үҙәгенә; 2024 йылдың 28 авгусынан 2 сентябренә тиклем – республиканың теләһә ниндәй участка һайлау комиссияһына; 2024 йылдың 22 июленән 2 сентябрҙең Мәскәү ваҡыты буйынса 24.00 сәғәтенә тиклем электрон төрҙә “Госуслуги” порталында.Территориаль һайлау комиссияһына, Күп функциялы үҙәккә, участка һайлау комиссияһына ғариза биргәндә Рәсәй Федерацияһы гражданының паспортын күрһәтергә кәрәк (паспортты алмаштырыу осоронда – фотоһүрәте булған ваҡытлыса шәхес танытмаһы).Урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына – ауыл һәм ҡасаба советтарына, муниципаль райондар һәм ҡала округтары советтарына төп һәм өҫтәмә һайлауҙарҙа “мобиль һайлаусы” механизмы ҡулланылмай.
БР Үҙәк һайлау комиссияһы Аппаратының сәйәси партиялар һәм киң мәғлүмәт саралары менән эшләү бүлеге, 8(347), 218-11-08.