Кандидат урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарынан 462 депутаттың ҡултамғаһы менән хуплау ҡағыҙҙары, Федерация Советы ағзаһына тәҡдим ителгән өс кандидатура тураһында мәғлүмәт, тәүге финанс отчеты, сит ил банктарында иҫәбе булмауы, аҡса һәм ҡиммәтле әйберҙәр һаҡламауы, сит ил финанс инструменттары менән эш итмәүе һәм ҡулланмауы хаҡында белдереү ҡағыҙҙары тапшырҙы, тип яҙа "Республика Башкортостан" гәзите.
«Үҙәк һайлау комиссияһына сәйәси партиялар күрһәткән Башҡортостан башлығы вазифаһына биш кандидаттан документтар килде. Уларҙың беренсеһе булып бөгөн Радий Фәрит улы Хәбиров ярҙам ҡағыҙҙарын һәм башҡа кәрәкле документтарҙы тапшырҙы. Башҡа кандидаттар быны 11 июлдән дә һуңға ҡалмайынса эшләргә тейеш. Республика Башлығы вазифаһына кандидаттарҙы теркәү 20 июлдә тамамланырға тейеш», - тине "Башинформ" агентлығына Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов.
Фото: Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы.