Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
24 Июнь , 17:15

Радий Хәбиров Севастополдә һәм Дағстанда булған теракттарға бәйле ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе

24 июндә Республикаға идара итеү үҙәгендә хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһе Украина режимының Севастополгә террористик атакаһы һәм Махачкалала террорсыларҙың һөжүме ваҡытында һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алыуҙан башланды.

Радий Хәбиров Севастополдә һәм Дағстанда булған теракттарға бәйле ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе
Радий Хәбиров Севастополдә һәм Дағстанда булған теракттарға бәйле ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе

«23 июндә ВСУ Севастополгә Американың биш тактик ракетаһы менән һөжүм итте. 150-нән ашыу кеше яраланған, ҡорбандар бар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар араһында — балалар. Кисә Махачкала һәм Дербент ҡалалары халҡы террористик һөжүмгә дусар булды. Троица көнөндә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең ғүмере өҙөлдө. Һәләк булғандарҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, яраланғандарҙың тиҙерәк һауығыуын теләйбеҙ», - тине Радий Хәбиров.

 

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: