Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Май , 12:30

Радий Хәбиров Ҡытай делегацияһы менән осрашты

Сибайҙа "Урал аръяғы" VI Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡытай Халыҡ Республикаһының Ганьсу провинцияһы делегацияһы менән осрашты. 

Радий Хәбиров Ҡытай делегацияһы менән осрашты
Радий Хәбиров Ҡытай делегацияһы менән осрашты

Делегацияны Халыҡ хөкүмәтенең Сит ил эштәре канцелярияһы начальнигы урынбаҫары Чжао Цзюнь етәкләне. Яҡтар ике яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе, тип хәбәр итә "Республика Башкортостан" гәзите республика Башлығы матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән.

"Делегациябыҙға бизнес-берләшмә вәкилдәре, Ҡытайҙың ҙур предприятиелары етәкселәре инде. Форумда ҡатнашыу Башҡортостан, уның традициялары һәм беҙҙең төбәктәргә танышыу өсөн яҡшы мөмкинлек булды. Беҙҙең менән эшләргә әҙер булыуығыҙҙы күрҙек. Башҡортостан эшҡыуарҙары менән берлектәге инвестиция проекттары тураһында килешеүҙәр төҙөлгән дә инде", - тип билдәләне Чжао Цзюнь.

Ул шулай уҡ Башҡортостан делегацияһын рәсми сәфәр менән Ганьсу провинцияһына саҡырҙы.

"Беҙ бизнес-миссия ойошторасаҡбыҙ һәм һеҙҙең саҡырыуығыҙ буйынса 2025 йылда мотлаҡ киләсәкбеҙ. Шул ваҡытҡа беҙҙең хеҙмәттәшлектә аныҡ ҡарарҙарға һәм инвестицияларға таянырбыҙ", - тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: