Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
20 Март , 11:05

Башҡортостанда халыҡ әүҙем тауыш биргән һайлау участкалары билдәле булды

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова республиканың 17 мартта көндөҙгө сәғәт 3-кә ҡарата халыҡ әүҙем тауыш биргән һайлау участкаларын атаны.

Башҡортостанда халыҡ әүҙем тауыш биргән һайлау участкалары билдәле булды
Башҡортостанда халыҡ әүҙем тауыш биргән һайлау участкалары билдәле булды

Рәсәй президентын һайлауҙа тауыш биреүселәрҙең күпселеге – 96% Илеш районының Бишҡурай ауыл советындағы 2062-се участкала билдәләнгән. Өфөнөң Дим районындағы 113-сө мәктәптә урынлашҡан 24-се участкала һайлаусыларҙың 82% тауыш биргән. Асҡар ауылындағы 767-се участкала – 86%, Надеждин ауылындағы 1022-се участкала – 84%, Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылындағы 2316-сы участкала – 86%, Мәсетле районындағы 2629-сы участкала иһә 83%.

Башинформ Башҡортостанда Рәсәй президентын һайлауҙа халыҡтың 78,46% ҡатнашыуын хәбәр иткәйне.

Автор:
Читайте нас: