20 мартта БСТ-ла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән ҙур интервью күрһәтелә. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы Дмитрий Каретко менән һөйләшкәндә республика Башлығы тормошоноң иң ҡатмарлы этаптарын хәтергә төшөрә һәм ағымдағы көн тәртибенең төп мәсьәләләренә ҡағыла.
Радий Хәбиров Башҡортостандың хәҙерге тарихындағы иң резонанслы ваҡиғалар тураһында фекере менән уртаҡлаша: "янған" Сибай карьеры, Ҡуштау шиханы тирәләй ваҡиғалар, коронавирус инфекцияһы пандемияһы.
Башҡортостан Башлығын ғүмере өсөн етди хәүеф аҫтына ҡуйырға нимә мәжбүр итә? Республика етәксеһенә популяр булмаған ҡарарҙар ҡабул итеү ни тиклем ҡатмарлы, һәм Радий Хәбировтың "Ҡырым яҙы"на ни рәүешле ҡатнашы бар?
Радий Хәбировтың 60 йәше тулған көндө Башҡортостан Башлығы менән ҙур интервью ҡарағыҙ. 20 мартта, 20.00 сәғәттә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында (16+).