Мәҫәлән, Лүцирә Рамазанова ире Данил Низаметдин улы менән байрамса кейенеп килгәйне. Тәңкәле түшелдерекле һайлаусы участка комиссияһы ағзаларының күңелен күтәреп ебәрҙе.
Лаҡлы ауыл советының урындағы депутаты Айрат Мөрсәлимов ҡатыны Лениза менән бергә килеп тауыш бирҙе. Ирле-ҡатынлы Кәбир һәм Хәлимә Дилмөхәмәтовтар ҙа үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәне. Күптәр һайлауға парлашып йөрөй. Ауылда башлыса урта йәштәрҙә һәм өлкән быуын кешеләре йәшәй.
Һайлауҙа ҡатнашыусыларға участкала республикала иғлан ителгән "Рәхмәт" акцияһына ярашлы билеттар ҙа тапшырыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Рәсәй Президентын һайлау буйынса тауыш биреү тамамлана. Ул өс көн – 15-нән 17 мартҡа тилем дауам итә. Һайлау участкалары иртәнге 08.00-ҙән асылып, 20.00 сәғәткә тиклем эшләй.
#ВыбираемПрезидента
#Башкортостан
#БашВыбор2024