-4 °С
Ҡар
Йәмәғәт күҙәтеүсеһе һайлауҙың яҡшы һәм тыныс шарттарҙа үтеүен билдәләне. Иртәнге сәғәт булыуына ҡарамаҫтан, тауыш биреүселәр һаны байтаҡ - 100-гә яҡын. Шуныһы ҡыҙыҡ: күп кенә һайлаусылар үҙҙәренең гражданлыҡ ҡарашын күрһәтеү, һуңынан эшкә барыу өсөн иртәнсәк махсус рәүештә тауыш бирергә бара. Ольганың күҙәтеүҙәре буйынса, тауыш биреүселәрҙең күпселеге - урта йәштәге кешеләр.