-4 °С
Ҡар
Рәсәй президентын һайлау көндәрендә 15 марттан 17-һенә тиклем илдең һайлау участкаларында Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан, Индонезиянан, Шри-Ланканан, Австриянан, Молдованан, Сербиянан, Гватемаланан һәм Болгариянан күҙәтеүселәр эшләй.
Башҡа илдәрҙән эксперттарҙы өйҙә тауыш биргәндә гражданға шулай уҡ йәмәғәт күҙәтеүселәренең сығып йөрөүе ғәжәпләндерҙе. Был хаҡта Өфөләге «Рәсәй президентын һайлау - 2024» матбуғат үҙәгендә Һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы ағзаһы Максим Беляев һөйләне, тип яҙа "Молодежная газета".