Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Март , 09:22

"Һайлауға байрамға кеүек барам"

1-се Малаяҙ урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәрйәм Солтанова һайлауҙың беренсе көнөндә тәүгеләрҙең береһе булып тауыш бирҙе.

"Һайлауға байрамға кеүек барам"
"Һайлауға байрамға кеүек барам"

Ижади ҡарашлы педагог һайлауға милли биҙәүестәр тағып килгәйне.

– Һайлауға мин һәр ваҡыт, байрамға килгән кеүек, ашҡынып барам. Һәр Рәсәй кешеһе үҙенең был гражданлыҡ бурысын үтәргә бурыслы, тип иҫәпләйем. Бигерәк тә бөгөн илебеҙ өсөн еңел булмаған мәлдә һәр кемдең тауышы мөһим, – тип үҙ фекерен белдерҙе Мәрйәм Мөхәмәтулла ҡыҙы.

Бөгөн, 16 мартта, һайлау участкаларында икенсе көн тауыш биреү дауам итә. Һайлау участкалары 08.00-ҙән 20.00 сәғәткә тиклем асыҡ була.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: