Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
12 Март , 13:05

1 апрелдән социаль пенсиялар арта

Рәсәй Хөкүмәте социаль пенсияларҙы 7,5 процентҡа арттыра. Социаль пенсияларҙы индексациялау йыл һайын 1 апрелдә үткәрелә.    

1 апрелдән социаль пенсиялар арта
1 апрелдән социаль пенсиялар арта

Рәсәй Хөкүмәте социаль пенсияларҙы 7,5 процентҡа арттыра. Социаль пенсияларҙы индексациялау йыл һайын 1 апрелдә үткәрелә.

Индексация күләме уҙған йылда пенсионерҙарҙың йәшәү минимумы үҫеше темптарынан сығып иҫәпләнә, тип хәбәр итә ил Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Социаль пенсиялар страховка пенсияһын иҫәпләү өсөн тейешле раҫланған стажы булмаған граждандарға түләнә.

Бынан тыш, ул инвалидтарға һәм ҡараусыһын юғалтҡандарға ла түләнә.

Шулай уҡ 1 апрелдән граждандарҙың айырым категорияларының дәүләт пенсия тәьминәте күләме 7,5 % күтәрелә. Улар иҫәбендә:

- һуғышта алған яраларынан инвалид булып ҡалған хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм доброволецтар,

- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар,

- радиация йәки техноген һәләкәттәрҙә зыян күргән граждандар.

Дөйөм алғанда, был ҡарар 4 миллиондан ашыу кешегә ҡағыла. Социаль фонд бюджетында бының өсөн яҡынса 37,5 миллиард һумға яҡын аҡса ҡаралған.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас: