Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Февраль , 12:07

Рәсәй президентын һайлауҙа дүрт кандидат ҡатнаша

Рәсәй президенты вазифаһына һайлауҙа ЛДПР-ҙан Леонид Слуцкий, КПРФ ағзаһы Николай Харитонов, үҙ-үҙен тәҡдим иткән ғәмәлдәге ил башлығы Владимир Путин һәм «Яңы кешеләр» партияһы вәкиле Владислав Даванков ҡатнаша.

Был хаҡта ТАСС хәбәр итте.

Үҙәк һайлау комиссияһы башҡа кандидаттарҙы, шул иҫәптән Сергей Малинковичты («Рәсәй коммунистары»), Борис Надеждинды («Граждандар башланғысы») һәм Рада Русскихты теркәүҙән баш тартты.

Бынан алдараҡ Өфөлә Рәсәй Федерацияһы президентын һайлауға әҙерлек мәсьәләләренә арналған брифинг уҙҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тауыш биреү 15 марттан 17-һенә тиклем бара.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-02-08/v-vyborah-prezidenta-rossii-budut-uchastvovat-chetyre-kandidata-3635997

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: